Бөгөн төндә Стәрлетамаҡ ҡалаһының Якутов урамындағы күп фатирлы йортта янғын сыҡҡан. Ҡотҡарыусылар килгәндә икенсе ҡаттағы фатир янған була. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре 32 кешене ҡотҡарған, шул иҫәптән һигеҙ баланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндереү барышында 70 һәм 35 йәшлек ир-егеттәрҙең кәүҙәләре табылған. Янғынды һүндереүгә 30 кеше һәм һигеҙ берәмек техника, шул иҫәптән Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм “Защита” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте янғын һүндереүселәре йәлеп ителгән. Янғындың сәбәбе асыҡлана. Ваҡиға урынында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе, тәфтиш-оператив төркөм һәм һынау янғын лабораторияһы эксперты эшләгән. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.