Саҙаҡа – кешенең Аллаһ ризалығына ирешеү, сауап алыу өсөн мохтаждарға үҙ теләге менән ниндәйҙер әйбер, аҡса биреүе. Киң мәғәнәлә саҙаҡа тигән төшөнсәгә башҡалар файҙаһына ҡылынған яҡшылыҡ, изгелек, һәр төрлө хәйерле эштәрҙе индерәләр. Хәҙистәрҙең береһендә әйтелә: “Мосолман ҡәрҙәшеңә йылмайыуың – саҙаҡа. Яҡшылыҡҡа өндәүең һәм насарлыҡтан тыйыуың – саҙаҡа. Аҙашҡан кешегә дөрөҫ юл күрһәтеү – саҙаҡа. Насар күреүсе кешегә үҙ күҙҙәрең менән ярҙам итеүең – саҙаҡа. Юлда ҡамасаулап ятҡан ташты, ниндәйҙер сәнскеле нәмәне йәки һөйәкте алып ташлауың – саҙаҡа. Үҙ биҙрәңдәң ҡәрҙәшеңдекенә һыу ҡойоп биреүең – саҙаҡа” (Тирмиҙи, 1956). Дини телдә саҙаҡа тиелһә, ябай халыҡ уны хәйер тип әйтеп өйрәнгән. “Хәйер” һүҙе лә ғәрәпсәнән яҡшылыҡ, изгелек, ниндәйҙер һәйбәт эште аңлата. Беҙ “хәйер” тигәндә аят мәжлестәрендә таратыла торған тимер йәиһә ҡағыҙ аҡса, ҡулъяулыҡ, таҫтамал, яулыҡ, һабын кеүек тотоп була торған әйберҙәрҙе күҙ уңында тотабыҙ. Таратҡандағы хәйере күпме, ниндәй күләмдә икәнен башҡалар белм