Найти в Дзене

Заказлы хат килгән, имеш...

“Һаумыһығыҙ, минең исемем – Артур. Мин почтала эшләйем. Һеҙҙең исемгә заказлы хат килде”, – тинеләр теге башта. “Хәйерле көн. Мин бер ниндәй ҙә заказлы хат көтмәй инем бит әле”, – тип аптыраны Лилиә. “Эйе, әйҙәгеҙ, тағы бер тапҡыр тикшереп ҡарайыҡ. Һеҙҙең исемегеҙ – Лилиә. Фамилияғыҙ фәләнсә, тыуған йылығыҙ ошолай. Йәшәгән адресығыҙ шундай. “Дөрөҫ. Әммә мин заказлы хат көтмәйем”. “Бөтәһе лә тәүҙә шулай ти. Күрәһең, был хатта бик мөһим мәғлүмәт бар. Кемдер һеҙгә сюрприз эшләргә булғандыр – ундай хәлдәр беҙҙә йыш осрай. Етмәһә, тиҙҙән тыуған көнөгөҙ ҙә икән”. “Һеҙ хаҡлылыр, моғайын. Мин шикләнеүсән кеше шул. Ярай, был хатта миңә нисек алырға?” “Тәүҙә адресығыҙҙы “Telegram”дағы чат-бот аша раҫларға кәрәк”. “Telegram”да? Ә ни өсөн унда? “Был – беҙҙең клиенттарға уңайлы булһын өсөн индергән яңы ысулыбыҙ. Фәҡәт ошо һылтанма буйынса күсегеҙ (бот буйынса фейк һылтанмаһы), ундағы форманы тултырығыҙ”. “Ә ниндәй мәғлүмәттәр кәрәк?” “Беҙгә һеҙҙең телефон номерын һәм “Дәүләт хеҙмәттәре” порталындағ

“Һаумыһығыҙ, минең исемем – Артур. Мин почтала эшләйем. Һеҙҙең исемгә заказлы хат килде”, – тинеләр теге башта. “Хәйерле көн. Мин бер ниндәй ҙә заказлы хат көтмәй инем бит әле”, – тип аптыраны Лилиә. “Эйе, әйҙәгеҙ, тағы бер тапҡыр тикшереп ҡарайыҡ. Һеҙҙең исемегеҙ – Лилиә. Фамилияғыҙ фәләнсә, тыуған йылығыҙ ошолай. Йәшәгән адресығыҙ шундай. “Дөрөҫ. Әммә мин заказлы хат көтмәйем”. “Бөтәһе лә тәүҙә шулай ти. Күрәһең, был хатта бик мөһим мәғлүмәт бар. Кемдер һеҙгә сюрприз эшләргә булғандыр – ундай хәлдәр беҙҙә йыш осрай. Етмәһә, тиҙҙән тыуған көнөгөҙ ҙә икән”. “Һеҙ хаҡлылыр, моғайын. Мин шикләнеүсән кеше шул. Ярай, был хатта миңә нисек алырға?” “Тәүҙә адресығыҙҙы “Telegram”дағы чат-бот аша раҫларға кәрәк”. “Telegram”да? Ә ни өсөн унда? “Был – беҙҙең клиенттарға уңайлы булһын өсөн индергән яңы ысулыбыҙ. Фәҡәт ошо һылтанма буйынса күсегеҙ (бот буйынса фейк һылтанмаһы), ундағы форманы тултырығыҙ”. “Ә ниндәй мәғлүмәттәр кәрәк?” “Беҙгә һеҙҙең телефон номерын һәм “Дәүләт хеҙмәттәре” порталындағы мәғлүмәттәрҙе индерергә кәрәк. Был һеҙҙең шәхесте тикшереү өсөн кәрәк”. “Бигерәк ҡатмарлы процедура. Аңламайым, был мәғлүмәттәрҙе ни өсөн индереү талап ителә һуң? Башҡа төрлө ысул юҡмы ни?” “Аңлайым. Әммә был – стандарт процедура. Шәхесегеҙ раҫланғас та беҙ кисекмәҫтән хатты тапшырыу тураһында хәбәр ебәрәбеҙ. Беләһегеҙме – беҙ был хаттың тап тейешле кешегә ебәрелеүенә шикләнмәҫкә тейешбеҙ”. “Ярай. Хәҙер форманы тултырырмын да һеҙгә ебәрермен”. “Рәхмәт. Ҡағиҙәләр шундай хәҙер, ғәфү итегеҙ инде. Тик оҙаҡлатмағыҙ, сөнки ундай хаттарҙы һаҡлап тотоу ваҡыты сикләнгән”. Артабан Лилиә, күрһәтмәгә ярашлы, ғәмәлдә фейк булған Telegram-боттағы форманы тултыра, бөтә мәғлүмәттәрен – исем-шәрифен, паспорт мәғлүмәттәрен, “Дәүләт хеҙмәттәре”ндәге логин менән паролде һ.б. әйтелгән электрон адресҡа оҙата. Телефон аша аҡса урлаусылар мессенджерҙарҙағы ошондай ялған ботты ҡуллана һәм граждандың “Дәүләт хеҙмәттәре”ндәге порталына автоматик рәүештә үтеп инә. Уларҙың төп бурысы – алдашыу юлы менән кешенең шәхси мәғлүмәттәренә эйә булыу. Фото: социаль селтәрҙән.