Һуғыш ветеранын 100 йәше менән ҡотлайбыҙ! Туймазы районының Серафимовка ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Леонид Вдовин менән осраштыҡ. Ул яҡын туғандарының ҡәҙер-хөрмәтендә генә ғүмер кисерә. – Рәсәйҙең бөйөк держава булып ҡалыуына тамсы ла шикләнмәйем, – тип һөйләй Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. – Беҙгә теләктәш, беҙҙең фекерҙе яҡлаған илдәрҙең күп булыуы ҡыуандыра. Рәсәйгә ышаналар, уны терәк-таяныс итеп күрәләр. Леонид Вдовин Приморье крайының Амур өлкәһендә ремонт-авиация базаһында хеҙмәт иткән. Унда эшселәрҙең яртыһы хәрбиҙәр булһа, ҡалған яртыһын ябай кешеләр тәшкил иткән. Һуғышта сафтан сыҡҡан самолеттарҙы зоводҡа килтергәндәр, ә бындағы үҙ һөнәренең оҫталары уны ҡайтанан ремонтлап, фронтҡа оҙатҡан. Еңеүҙе яҡынайтыусының күкрәген бик күп орден һәм миҙалдар биҙәй. Иң ҡәҙерлеһе, әлбиттә, "1941–1945 йылдарҙа Германияны еңгән өсөн" миҙалы. Леонид Николаевичты белем усаҡтарына, мәҙәниәт учреждениеларына йәштәр менән осрашыуға йыш саҡырғандар. Бөгөн дә ул үҫмерҙәрҙе патриот итеп тәрбиәләүгә өлөшөн индерә. – Бөтә нәмә сағыштырыуҙа беленә, йәштәрҙең дә илһөйәр булып үҫеүен теләйем, – тип тамамланы һүҙен Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәренән.