Өфөләге Еңеү паркында Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған сик һаҡсыларының тыуып үҫкән, эшләгән урындары буйынса ойошторолған Хәрби-патриотик эстафета башланды. Башҡортостанда улар – ете кеше. Артабан эстафета райондарҙа дауам итәсәк. Сара Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең 80 йыллығына арнала. Баш ҡалала ойошторолған маршрут: Еңеү паркы – бөтә быуын сик һаҡсыларына һәйкәл – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең тарихи музейы – Ауыл Богородский урамы, 6/1-се йорт. Эстафета Өфөлә тыуып үҫкән, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә эшләгән кеше, сик һаҡсыһы, Советтар Союзы Геройы Владимир Иванович Черкасовҡа арналды. Көн дауамында төрлө саралар үтте, сик һағы ветерандары, МХО-ла ҡатнашыусылар сығыш яһаны, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе музейына эстафетаның символы тапшырылды, кадеттар күрһәтмә сығыштар тәҡдим итте. Акцияны ойоштороусыларҙың береһе – сик һаҡсыһы Валерий Петряков әйтеүенсә, ветерандар эҙәрмәнлек эштәре ойоштороп, Советтар Союзы Геройы исеменә ла
Өфөлә сик һаҡсыһы, Герой Владимир Черкасовты иҫкә алдылар
28 марта 202528 мар 2025
2 мин