Тормошта кешеләрҙең бер-береһенә изгелек итеү күренештәрен күрһәң күңел күтәрелеп китә. Яңыраҡ йәш кенә бер ҡыҙҙың һөйләгәнен һеҙгә лә еткерергә булдым. – Етди бер компанияға эшкә урынлашырға йөрөйөм. Әңгәмәләшеүгә саҡырылғандар минән башҡа бик күп, улар араһында ошо тармаҡта тәжрибәһе булғандар ҙа етерлек. Ә мин яңы ғына уҡыу йортон тамамлап, ҡулына диплом алған белгес. Конкурстан үтеүгә ышанысым булмаһа ла, ярты юлда туҡтап ҡалмаҫҡа булдым. “Килеп сығамы, юҡмы, мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәк” тип уйланым. Иртүк тороп компанияның офисына юлландым. Юл ыңғайы һыу алырға магазинға индем. Сиратта минең алда ҡарт ҡына әбей баҫып тора. Ҡулына бер пачка сәй тотҡан. – Ошо тәмле сәйегеҙҙең хаҡы төшкән тип күрҙем. Аҡсам етергә тейеш ул, - тип өмөтләнеп ҡулъяулығынан аҡсаларын кассирға һуҙҙы. – Уға ташлама ваҡыты тамамланған шул. Тулы хаҡ менән һатыла бөгөн. Аҡсағыҙ етмәй, – тине кассир ҡатын. –Эй, сәйем бөткәйне бит әле. Ҡалайтаһың, торғоҙоп ҡалдырам инде. Ҡарт кеше сәйһеҙ тора ал