Яңыраҡ интернет селтәрендә һүҙ көсө тураһында уҡыған инем. Унда апайының ике шаян малайын ҡустыһы гел генә "шизофрениктар" тип көлә. Апайы менән еҙнәһе улай тип әйтмәүен һораһалар ҙа, шарҡылдап көлә генә. Йылдар үтә тора, туй үткәреп, ҡәҙерләп алған кәләше бер аҙна ғына йәшәгәндән һуң, юҡ була. Оҙаҡ эҙләгәндән һуң уны психбольницала таба, табиптарҙың ҡушыуы буйынса никахты өҙөргә мәжбүр була. Үҙе эскегә һалышып китә. Күпмелер ваҡыттан икенсегә өйләнә. Балалары зәғиф, шизофрения менән тыуа... Шуға оҡшаш тағы бер хәлде беләм. Яратышып, матур итеп өйләнешкән бер парҙың мөхәббәтен күрә алмаймы, улын ҡыҙғанамы, әсәле-ҡыҙлы йәш кәләшкә ауыр һүҙҙәр ташлап, юҡ-барҙан сәбәп эҙләп, кәмһетеп, йәшәргә мөмкинселек бирмәй. Килен кеше тешен ҡыҫып түҙә. Сираттағы ялғанға йәш кейәү ҙә ышанып һүҙ ташлағас, алыҫҡа сығып китергә мәжбүр була. Күп тә үтмәй ҡәйнәнең ҡыҙы ла кейәүгә сыға. Тик тыуған бер балаһы зәғиф була, барған бер ирҙәренең әсәләре үҙен яратмай ҡыйырһыта. Әйләнгән һайын балаларын етәкләп әсәһенә ҡайта. Һүҙ көсө үткер ҙә, ғәйрәтле лә шул. Бигерәк тә ауырлы ҡатынды, имеҙеүле йәш әсәне, етем баланы рәнйетеүҙән һаҡ булыр кәрәк! Был башҡаларҙы кәмһетергә мөмкин тигәнде аңлатмай. Тәкәббер булмай, үҙеңдән башҡаны әүлиә тип ҡарау кәрәк. Сығанаҡ: "Сәйер донъя" төркөмөнән алынды.