Башҡортостан Түбәнге Новгородта “Ғаилә беренсе урында” округ форумында ғаиләләр һәм балалар менән көрсөктәге эштә ведомство-ара берлектәге эшмәкәрлек тәжрибәһен тәҡдим итте. Сарала 14 төбәктән 500-ҙән ашыу белгес һәм эксперт ҡатнашты. Форум Волга буйы федераль округында Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров булышлығында үтте. Игорь Комаров әйтеүенсә, һуңғы өс йылда округта ата-әсә ғаризаһы буйынса социаль-реабилитация үҙәктәренә урынлаштырылған 3 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар һаны ун процентҡа кәмегән. Туғандары ғаиләләренә опекаға бирелгән балалар һаны 14 процентҡа артҡан. – Округ буйынса үҙ ғаиләләренә һәм туғандарына ҡайтарылған балалар өлөшө түбән булып ҡала – 43 процент. Яңынан учреждениеларға эләккән балалар һаны кәмемәй, бындай осраҡтар булырға тейеш түгел. Тимәк, иҫкәртеү саралары тағы ла һөҙөмтәлерәк булырға тейеш. Бының өсөн махсуслаштырылған проекттарҙы киңәйтергә, алкоголгә бәйлелек тыуған ата-әсәләргә ярҙам итергә, көрсөктәге ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам ҡулы һу