2-4 июлдә Башҡортостандың баш ҡалаһында 13-сө Бөтә Рәсәй йәш ғалимдар һәм студенттарҙың фәнни берләшмәләре советтары съезы үтә. Сара “Йолалар тәрәнлегенән – технологиялар бейеклегенә” тигән исем аҫтында ойошторола. Былтыр был съезд Владивостокта уҙғарылды. Унда ул Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән меңдән ашыу кешене йыйҙы. Съезды Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Фән һәм белем биреү өлкәһендә йәштәр эштәре буйынса координация советы ойоштора. - Съездың төп маҡсаты - йәштәрҙең фәнни берләшмәләренең үҙ-ара бәйләнештә эшләүе. Ошо рәүешле беҙ фәнни мөхиттә остазлыҡты, быуындар күсәгилешлеген хәстәрләйбеҙ. 13-сө съезд үҙенең йөкмәткеһен һаҡлап ҡына ҡалмаҫ, технологик лидерлыҡта яңы ҡаҙаныштарға өлгәшеү өсөн яңы ҡарарҙар, йүнәлештәр тәҡдим итер тип ышанам, - тине Рәсәй Федерацияһының фән һәм юғары белем министры урынбаҫары Денис Секиринский. Сараның төп маҡсаты – илебеҙ һәм йәмғиәтебеҙ үҫешенең мөһим мәсьәләләрен хәл итеүгә йәш ғалимдарҙы йәлеп итеү. Йылдан йыл унда ҡатнашыусылар һәм