Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең милли гвардия ғәскәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сарала ҡатнашты. Ул генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге махсус тәғәйенләнештәге отряд базаһында үтте. Республика етәксеһе яугирҙәрҙе профессиональ байрамдары менән ҡотланы һәм намыҫлы хеҙмәттәре һәм бурыстарына тоғролоғо өсөн рәхмәт белдерҙе. – Росгвардия илебеҙҙең ышаныслы терәге булып тора. Һәр көн хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм милли гвардия хеҙмәткәрҙәре мөһим бурыстарҙы үтәй – йәмәғәт тәртибен тәьмин итә, стратегик объекттарҙы һәм инфраструктураны һаҡлай, енәйәтселеккә, террорлыҡҡа һәм экстремизмға ҡаршы тора, – тине республика етәксеһе. – Һеҙҙең профессионаллек, илде, граждандарҙы һаҡлауға әҙер булыуығыҙ тәрән хөрмәт уята. Һеҙ – Ватанға хеҙмәт итеүҙең ысын өлгөһө. Һеҙҙең хәрби тәжрибә, фиҙакәрлек тулыһынса ауыр һынауҙарҙа сағылды. Беҙ һеҙҙең алда баш эйәбеҙ һәм хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк булғандарҙың иҫтәлеген онотмаясаҡбыҙ. Уларҙың батырлығы мәңгелеккә йөрәктәрҙә ҡаласаҡ. Башҡор