Вуз-ара студенттар кампусы майҙансығында сит ил студенттары араһында Халыҡ-ара телдәр фестивале үтте. Ул Башҡортостан, Санкт-Петербург, Ижевск, Пермь, Түбәнге Новгород һәм Һамар университеттарынан 200-гә яҡын йәш кешене йыйҙы. Уларҙың барыһы ла Рәсәйгә сит илдәрҙән, шул иҫәптән Һиндостан, Нигерия, Мысыр, Иран, Тажикстан, Үзбәкстан, Намибия, Марокко, Алжир, Афғанстан, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән юғары белем алырға килгән. Телдәр фестивале - Башҡортостан дәүләт медицина университетында йыл һайын үткәрелгән сара. Уны рус теле уҡытыусылары ойоштора һәм фестиваль төрлө телдәрҙе һәм мәҙәниәттәрҙе өйрәнергә яратыусыларҙы йыя. – Йыл һайын БДМУ бөтә донъянан буласаҡ табиптар өсөн халыҡ-ара студенттар майҙансығына әүерелә. Хәҙерге ваҡытта беҙ донъяның 60 иленән биш меңгә яҡын сит ил студентын уҡытабыҙ. Был Башҡортостан педагогтарының уҡытыу кимәлен һәм лабораторияларыбыҙҙы һәм клиникаларыбыҙҙы йыһазландырыуҙың донъя стандарттарына тап килеүен раҫлай. Беҙҙең өсөн студенттарҙың мәҙәни-ара арала
Өфөгә туған телен яратҡан сит ил студенттары йыйылды
26 марта 202526 мар 2025
1 мин