Бөгөн, 25 мартта, Ҡазанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Волга буйы федераль округы советы ултырышында ҡатнашты. Уны Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров үткәрҙе. Көн тәртибендә округ төбәктәрендә дәүләт миграция сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һәм мигранттарҙы социаль-мәҙәни йәһәттән яраҡлаштырыу мәсьәләһе ҡаралды. Кәңәшмә башланыр алдынан Игорь Комаров һәм Радий Хәбиров Татарстан Рәйесе Рөстәм Миңлеханов менән бергә «Волга буйы халыҡтарының традицион костюмы» күргәҙмәһен ҡараны. Ултырышты асып, Игорь Комаров тикшерелгән мәсьәләләрҙең көнүҙәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм Волга буйы федераль округы төбәктәренең ижтимағи, демография һәм социаль-иҡтисади үҫешендә миграцияның роле арта барыуын билдәләне. Тулы хоҡуҡлы вәкил март башында Эске эштәр министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында Рәсәй Президенты Владимир Путин 2025 йылда уҡ миграция сәйәсәтенең яңы концепцияһын әҙерләргә ҡушты, тип иҫкә төшөрҙө. Уның төп йүнәлештәре йәмғиәт һәм
Мигранттар менән грамоталы, төплө эш алып барыу мөһим
25 марта 202525 мар 2025
1 мин