Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ташҡынға бәйле хәлдәр нисек?

Әлеге ваҡытта Башҡортостан юлдаш телеканалында яҙғы ташҡын темаһына арналған брифинг башланды. Уның эшендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Эдуард Иҙрисов, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов, БР экология министры Нияз Фазылов, Роспотребнадзор, башгидрометүҙәк вәкилдәре ҡатнаша. Белеүебеҙсә, быйыл яҙғы ташҡын, боҙ китеү күренеше бик иртә – 15-16 мартта башланды, өҫтәүенә ошо көндәрҙә ҡойма ямғырҙар яуҙы. Һөҙөмтәлә республикала 56 һыу баҫыу осрағы теркәлде, 121 йорт хужылығы, 29 юл участкаһы һыуҙан зыян күрҙе, тип билдәләнде брифингта. Белеүебеҙсә, кисә аҙналыҡ кәңәшмә барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ошо темаға ҙур иғтибар бүлде. “Быйылғы ташҡында ике район ауыр хәлдә ҡалды. Күрелгән зыян күләмен билдәләргә, кешеләргә матди ярҙам күрһәтергә, тиҙ һәм ойошҡанлы эшләргә һәм артабан да ташҡынға бәйле төрлө хә

Әлеге ваҡытта Башҡортостан юлдаш телеканалында яҙғы ташҡын темаһына арналған брифинг башланды. Уның эшендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Эдуард Иҙрисов, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов, БР экология министры Нияз Фазылов, Роспотребнадзор, башгидрометүҙәк вәкилдәре ҡатнаша. Белеүебеҙсә, быйыл яҙғы ташҡын, боҙ китеү күренеше бик иртә – 15-16 мартта башланды, өҫтәүенә ошо көндәрҙә ҡойма ямғырҙар яуҙы. Һөҙөмтәлә республикала 56 һыу баҫыу осрағы теркәлде, 121 йорт хужылығы, 29 юл участкаһы һыуҙан зыян күрҙе, тип билдәләнде брифингта. Белеүебеҙсә, кисә аҙналыҡ кәңәшмә барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ошо темаға ҙур иғтибар бүлде. “Быйылғы ташҡында ике район ауыр хәлдә ҡалды. Күрелгән зыян күләмен билдәләргә, кешеләргә матди ярҙам күрһәтергә, тиҙ һәм ойошҡанлы эшләргә һәм артабан да ташҡынға бәйле төрлө хәлгә әҙер булырға тейешбеҙ”, - тип билдәләне төбәк етәксеһе. “Әлеге көндә хәлдәр яйланды, шулай ҙа республиканың биш районындағы хәлдәр даими контролдә тотола. Бөтә райондарҙа ла оператив штабтар эшләй”, - тине Ирек Сәғитов. Фото: МЧС.