Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнөн билдәләр алдынан Йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү аҙнаһы үткәрелеүен иғлан итте. Өфөнөң 5-се ҡала дауаханаһы белгестәре мәкерле сиргә хас билдәләрҙе нисек таныу мөмкинлеге тураһында һөйләне. Эксперттарҙың әйтеүенсә, сир һауа аша йүтәлләгәндә, сөскөргәндә, һөйләшкәндә йоға. Туберкулездың иң киң таралған билдәләре: – ҡуйы, болғансыҡ ҡаҡырыҡ бүленеүе менән йүтәл йонсота, ҡан булыуы ихтимал; – арыу-талсығыу һәм тән ауырлығын юғалтыу; –төнөн ныҡ тирләү, биҙгәк тотоу күҙәтелеүе мөмкин; – лимфа төйөндәре ҙурая; –тын ҡыҫыла, күкрәк ауырта. Әгәр ошондай билдәләрҙе үҙегеҙҙә һиҙһәгеҙ, ашығыс рәүештә табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ, тип кәңәш итә белгестәр. Ваҡытында флюорография тикшереүен үтергә кәрәк. Туберкулезға айырыуса өлкәндәр, шәкәр диабеты, яман шеш, ВИЧ-инфекцияға дусар кешеләр тиҙ бирешә. Шулай уҡ насар шарттарҙа йәшәүселәр, алкоголь һәм наркотик менән мауығыусылар сирҙе йоҡтороусан. Республика клиник туберкулезға ҡаршы дисп