Өфө фән һәм технологиялар университетында Рәсәй “Белем” йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе йыйылышы үтте. Ҡатнашыусылар мәғрифәтселек ойошмаһының республикалағы былтырғы эш һөҙөмтәләрен, 2025 йылға пландарын барланы. Ултырышта БР Башлығы Хакимиәте Етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов, БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, “Белем”дең БР бүлексәһе рәйесе, ӨФһТУ ректоры Вадим Захаровтар ҡатнашты. - “Белем” йәмғиәте халыҡҡа үткәндәге, шулай уҡ хәҙерге ваҡиғаларҙы дөрөҫ аңлатыуҙа мөһим роль уйнай. Һеҙҙең эш – лекция һәм семинарҙар ғына түгел, ул белемгә, патриотлыҡҡа һәм тарихыбыҙҙы хөрмәт итеүгә нигеҙләнгән донъяға ҡарашты булдырыу. Эш Өфөлә генә түгел, ә республикабыҙҙың һәр районында алып барылырға тейеш, - тип билдәләне Азат Бадранов. Республика филиалы директоры Айһылыу Илембәтова әйтеүенсә, уҙған йылда республикала 770 лекция булған, уларҙы 30 меңдән ашыу кеше тыңлаған. – Беҙҙә алдынға проекттар – “Белем. Карьера”, “Белем. Фән”, “Белем. Дәүләт”, “Б