Тәү ҡарашҡа тиҫтерҙәренән бер ни менән дә айырылмаған кеүек күренһә лә, Нуршат Шәриповтың кескәй йөрәгенең изге эштәр башҡарыуына, күңеленең мәрхәмәтле булыуына һоҡланырлыҡ. Бәләкәй ирекмән Йылайыр районының Ҡашҡар ауылы мәктәбендә беренсе класта ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә күрһәткән ярҙамы ҙур. Барыһы ла кескәй көтөкәйҙән (көсөк балаһы) башлана. Йәй аҙаҡтарында кемдер көсөк балаларын ташлап киткән була. Малай тағы ике класташы менән шуларға хужа эҙләй. Күрше Исҡужа ауылында йәшәгән бер инәй көтөкәйҙе алырға була һәм малайға хәйер итеп 100 һум аҡса бирә. Өйөнә лә ҡайтып тормай, аҡсаны тотонмай, малай махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙамға тапшырырға тип Ҡашҡар ауыл биләмәһе башлығы Зөһрә Зәйнуллинаға килә. Зөһрә Рәфҡәт ҡыҙы Нуршаттың ниндәй эш менән килеүен белгәс, малайҙы тағы ла ҡанатландырып ебәрә, ирекмәнлек тураһында һөйләй, кескәй ярҙамдың да яугирҙәр өсөн мөһим икәнлеген аңлата һәм изге эше өсөн рәхмәт белдерә. Ауыл хакимиә