“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, Йылайыр үҙәк район дауаханаһына күсмә “РЕНЕКС” рентген аппараты алынды. Техника рентгенографик тикшеренеүҙәрҙе дауахана палаталарында һәм башҡа махсуслаштырылмаған биналарҙа үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. Прибор мобиль яҫы панелле детектор менән йыһазландырылған. Был юғары сифатлы һүрәттәрҙе шунда уҡ компьютер экранында алырға ярҙам итә. Уны бик еңел күсереп йөрөтөп була. Заманса аппаратта медицина тикшереүе үткәреү табиптарға сирҙәрҙе иртә осорҙа асыҡларға ярҙам итәсәк. Быйыл милли проект буйынса республикала алты поликлиника сафҡа индереләсәк. Шуның менән бергә туғыҙ медицина учреждениеһына капиталь ремонт яһаласаҡ. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли пр