Башҡортостан Республикаһында урман янғындарын һүндереү буйынса зона һәм төбәк-ара күнекмәләр башланды. Сара «Экология именлеге» милли проектына (национальный проект «Экологическое благополучие») булышлыҡ итеү маҡсатында уҙғарыла, тип хәбәр иттеләр төбәктең Урман хужалығы министрлығынан. Тәүге күнекмәләр Балаҡатай урмансылығы биләмәһендә үткән. Уның белгестәре, шулай уҡ Балаҡатай, Дыуан, Салауат урман хужалыҡтары хеҙмәткәрҙәре, урман участкаларын ҡуртымға алыусылар Һәм башҡа хеҙмәттәр Силәбе өлкәһе биләмәләренә күсеү ҡурҡынысы менән янаған «янғынды» һүндереүҙә ҡатнашҡан. Сараға 35 кеше һәм һигеҙ берәмек техника йәлеп ителгән. – Шартлы урман янғынын һүндереүҙә ҡатнашҡан белгестәр ҡуйылған бурыстарҙы үтәне. Күнекмәләр урмандарҙы һаҡлау менән мәшғүл хеҙмәттәрҙең янғын сығанаҡтары менән көрәштә яйға һалынған эшкә әҙерлеген раҫланы, – тип билдәләне төбәктең урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин. Урман янғындарын һүндереү тактикаһы һәм техникаһы буйынса ошондай уҡ күнекмәләр Дүрт
Урман янғындарын һүндереү буйынса күнекмәләр башланды
25 марта 202525 мар 2025
1 мин