Башҡортостандың баш ҡалаһында юлдарҙа хәрәкәтте көйләү өсөн 76 детектор ҡуйыла. Эштәр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) буйынса интеллектуаль транспорт системаһын индереү сиктәрендә 2027 йылға тиклем барасаҡ, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. 36 детектор автомобилдәрҙе юл сатында теркәйәсәк һәм трафикты реаль ваҡыт режимында анализлаясаҡ, 40 детектор тиҙлекте, тығыҙлыҡты һәм хәрәкәт көсөргәнешен үлсәй. Системалар транспорт ағымын көйләргә һәм тығындарҙы кәметергә мөмкинлек бирә. – Ситуация үҙәге белгестәре хәрәкәттәге ҡыйынлыҡтарҙы күҙаллай, урамдарҙың тығыҙлығын күҙәтә һәм светофорҙарҙың эшен ҡулайлаштыра аласаҡ, — тип билдәләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков. Бынан тыш, 2027 йылға тиклем Өфөлә өҫтәмә рәүештә 114 видеокамера ҡуйыласаҡ. Улар аварияларҙы, юлдарҙағы ҡаршылыҡтарҙы теркәйәсәк, транспорт тупланмаларын асыҡлаясаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөл
Яңы технологиялар баш ҡалалағы тығындар мәсьәләһен көйләйәсәк
25 марта 202525 мар 2025
~1 мин