“Башҡортостан продукты” проекты дипломанттары “Иң яҡшы фермер продукты – 2025” дегустация конкурсында еңеү яуланылар. Был сара “Агрокомплекс – 2025” халыҡ–ара күргәҙмә сиктәрендә 18-21 мартта Өфөнөң “Экспо” күргәҙмәләр комплексында үтте. Быйыл был конкурсҡа 46 ғариза бирелде. Продукцияны эксперт–дегустаторҙарҙан торған дегустация комиссияһы баһаланы. Конкурс 12 номинация буйынса уҙғарылды: һөт продукцияһы (консерва һәм туңдырмалар ҙа инә), ит продукцияһы (консервалар ҙа инә), ҡош ите продукцияһы, йомортҡа һәм йомортҡа продукттары, икмәк һәм кондитер ризыҡтары, “Хәләл” продукцияһы, бал һәм ҡортсолоҡ продукцияһы һәм башҡалар. Конкурс еңеүселәре Гран-при, алтын, көмөш, бронза миҙалдар һәм 1-се, 2-се, 3-сө дәрәжә дипломдары менән баһаланды. Проект дипломанттары араһында дегустация конкурсы еңеүселәре булып “Иң яҡшы фермер продукты-2025” билдәләнде. Гран-при һәм дипломға Ауырғазы районынан “Пищевик” ҡулланыусылар йәмғиәте, Шишмә районының “Туҡланыу үҙәге” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Күгәрсен районынан шәхси эшҡыуар Хәбибуллина Л.У., Мәләүез районынан “Мичуриндарҙың ғаилә сыр бешереү ойошмаһы”, Кушнаренко районынан “Һөт ранчо”һы лайыҡ булды. Башҡа номинацияларҙа ла яҡташтарыбыҙ уңыштар яуланы. Был саралар “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына ярашлы башҡарылды (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”). Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты. .