Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер–министр Андрей Назаров һәм төбәктең ҡануниәт йыйылышы етәксеһе Константин Толкачев рәйеслегендә республиканың Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаттары менән осрашыу уҙҙы. Республиканың Министрҙар кабинеты етәксеһе билдәләүенсә, бындай осрашыуҙар традицияға ингән. - Был йылдар эсендә бындай аралашыу форматы үҙенсәлекле парламент - Хөкүмәт клубына әүерелде. Берлектәге эштең һөҙөмтәләрен тикшереү өсөн был яҡшы майҙансыҡ. Беҙҙең маҡсат – республиканы үҫтереү, - тине Андрей Назаров. Республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев үҙенең сығышында билдәләүенсә, бындай осрашыуҙар форматы уҙған йыл һөҙөмтәләрен генә тикшерергә мөмкинлек бирмәй, Хөкүмәттең преспективалы эштәре тураһында ла һөйләшеүгә юл аса. Осрашыу барышында Андрей Назаров былтыр Башҡортостанда сәнәғәт үҫешенең 5,4 процент булыуын билдәләне. Рәсәйҙәге уртаса күрһәткестәр 4,6 процент тәшкил итә. Сәнәғәт өлкәһендәге үҫештә мөһим ролде эшкәтеү производствоһы уйнаны. Шулай уҡ а