Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан буйынса “Роспотребнадзор” етәксеһе Анна Казак сығыш яһаны һәм тәбиғәттә барлыҡҡа килгән инфекциялар буйынса эпидемиологик хәүефтәр, уларҙы бөтөрөү буйынса күрелгән саралар тураһында һөйләне. Анна Казак белдереүенсә, Башҡортостанда һуңғы йылда сысҡан биҙгәге менән сирләү осрағы кәмегән. Быға урман биләмәләрен һәм тораҡ пункттарын дератизациялау буйынса сараларҙы арттырыу булышлыҡ иткән. 2023 һәм 2024 йылдарҙа эшкәртелгән майҙан ике тапҡырға артҡан һәм 40-тан 90 мең гектарға тиклем еткерелгән. 2022 йылда сир аҙған, ул саҡта өс мең самаһы кеше ауырыған. Ә 2024 йылда республикала ни бары 344 сысҡан биҙгәген йоҡтороу осрағы теркәлгән. Был һуңғы биш йылдағы уртаса күрһәткестән өс тапҡырға әҙерәк. – Был инфекциянан вакцияна юҡ. Шуға күрә төп иҫкәртеү сараһы булып сысҡандар һанын контролдә тотоу тора. Сир йоҡтороу урындарын анализлау күрһәтеүенсә, ауырыу осраҡтарының яртыһынан күберәге көнкүреш шарттарында һәм коллектив баҡсаларҙа (57,8 процен