Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү мәсьәләһе тикшерелде. Иң ҙур зыян күргән Архангел районының хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин Аҙау ауылындағы хәлдәр тураһында һөйләне. Район етәксеһе белдереүенсә, ул көн һайын ауылға шәхсән үҙе бара һәм граждандарҙы ҡабул итә. Урындағы мәктәптә махсус пункт булдырылған, унда дарыуҙар, эсәр һыу, ризыҡ бирәләр. Кешеләргә документтарын тергеҙергә һәм бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам алыуға ғариза яҙырға ярҙам итәләр. Махсус комиссия зыян кимәлен баһалау өсөн ихата һайын йөрөй. – Тергеҙеү эштәрен башлайбыҙ. Әле иң мөһиме – сүп-сарҙы таҙартыу. Ауыр техника менән иреп бөтмәгән боҙҙо этәрәбеҙ. Эш күп, яҡынса бер ай дауам итер тип уйлайбыҙ, – тине хакимиәт башлығы. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәбәр итеүенсә, бөтәһе 106 йорт, 129 йорт яны биләмәһе һыу аҫтында ҡалған. Ҡотҡарыусылар 166 кешене, шул иҫәптән 38 баланы эвакуацияланған. Һыу киткәс, кешеләр өйҙәренә ҡайта алған. Әлеге ваҡытта ашығыс хеҙмә