Аҙна башында социаль селтәрҙәрҙә Күмертауҙа махсус хәрби операция ветеранының туҡмалыуы һәм уның мигрантҡа ҡаршы полицияға ғариза биреүе тураһында яңылыҡ таралды. Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе Зөлфиә Ғайсина һөйләүенсә, Аҡсурин – енәйәт эше буйынса зыян күреүсе, ә ғәйепләнеүсе ҡулға алынған. “Ғәйепләнеүсенең яҡындарының береһе иҫәпләүенсә, зыян күргән кешегә ҡурҡытыуҙар аша тәьҫир итергә хоҡуғы бар тип уйлай һәм Аҡсуринды туҡмай. Кеше хоҡуҡтары буйынса Совет яғынан уға бөтә кәрәкле ярҙам күрһәтеләсәк. Беҙ быға тиклем дә хоҡуҡ һаҡлау органдарына был енәйәт эшен тикшереүҙә айырым контроль булдырыуҙы һорап ғариза яҙғайныҡ”, – тине ул. Тәфтиш комитетында был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылыуын раҫланылар. Ирҙе, ысынлап та, ул алдан аҡса талау буйынса яҙған ғаризаһы өсөн туҡмағандар. Башҡортостандың МХО ветерандары ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡов, ысынлап та, Венер Аҡсурин МХО ветераны икәнлеген әйтте. Ул хәрби кампанияла ҡатнашҡан һәм фронтҡа тө