Бик теләгән хәлдә лә, ураҙа тоторға сәләмәтлеге мөмкинлек бирмәй икән, бының урынына кеше Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн фидиә саҙаҡаһы тапшыра ала. Уның күләме аҙыҡ-түлектең хаҡына бәйле билдәләнә. Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлиндең сәхифәһендә әйтелгәнсә, фидиә саҙаҡаһы быйыл шулай түләнә: – хәлле кешеләр ураҙа тотмаған һәр көн өсөн 400-әр һум, – матди ауырлыҡтар кисергән кешеләр һәр көн өсөн 200-әр һум бирә. Фидиә ярлыларға, мохтаждарға аҙыҡ алыу өсөн тәғәйенләнә. 24 март өсөн сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса).