Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡул китеүе нимә була ул?

Ауылда йәшәгән бер танышым электән күпләп ҡаҙ көттө. Кешенең бәпкәләре сыҡмағанда ла ул апайҙың ихатаһы тулы ҡаҙ-бәпкә йөрөнө. Әллә ҡаҙҙары шулай үрсемле булды, әллә үҙенең ҡулы килеште, сыҡҡан бәпкәләре береһе лә тирелек үлмәне. Йыл һайын ауылдаштарын саҡырып ҙур итеп ҡаҙ өмәһе уҙғарҙы. Ҡаҙҙары ҡапыл бөттө уның. Сәбәбен танышым ошолай аңлатты. – Ауылдың икенсе осонда йәшәгән бер әбей, "Алмашайыҡ әле ҡаҙҙарҙы, бәлки, миндә лә матурлап үҫеп китерҙәр. Әллә нишләп уңдыра алмайым бит. Йомортҡанан сыға баралар, шәбәйеп кенә китһәләр, бер сәбәпһеҙ үләләр ҙә ҡуялар", тип ҡат-ҡат үтенгәс, оло кешенең һүҙен йыҡмайым тип кенә инә ҡаҙымды уға бирҙем. Үҙемдең күңелем ятмағайны инде был эшкә. Ул әбейҙең ҡаҙы әллә сирле булды, бер-ике аҙнанан үлеп тә ҡуйҙы. Шул йылды үҙемдең бәпкәләрем дә нишләптер күп ҡырылды. Икенсе йылына ла аҙ сыҡтылар. Улары ла бик мандый алманы. Ҡаты ҡуллы кешегә ҡаҙымды биреп, ҡулым китте, – тип әрнеп һөйләне танышым. Кемдеңдер оло малы мандый алмай. Һыйыры бер сәбәпһеҙ йә я

Ауылда йәшәгән бер танышым электән күпләп ҡаҙ көттө. Кешенең бәпкәләре сыҡмағанда ла ул апайҙың ихатаһы тулы ҡаҙ-бәпкә йөрөнө. Әллә ҡаҙҙары шулай үрсемле булды, әллә үҙенең ҡулы килеште, сыҡҡан бәпкәләре береһе лә тирелек үлмәне. Йыл һайын ауылдаштарын саҡырып ҙур итеп ҡаҙ өмәһе уҙғарҙы. Ҡаҙҙары ҡапыл бөттө уның. Сәбәбен танышым ошолай аңлатты. – Ауылдың икенсе осонда йәшәгән бер әбей, "Алмашайыҡ әле ҡаҙҙарҙы, бәлки, миндә лә матурлап үҫеп китерҙәр. Әллә нишләп уңдыра алмайым бит. Йомортҡанан сыға баралар, шәбәйеп кенә китһәләр, бер сәбәпһеҙ үләләр ҙә ҡуялар", тип ҡат-ҡат үтенгәс, оло кешенең һүҙен йыҡмайым тип кенә инә ҡаҙымды уға бирҙем. Үҙемдең күңелем ятмағайны инде был эшкә. Ул әбейҙең ҡаҙы әллә сирле булды, бер-ике аҙнанан үлеп тә ҡуйҙы. Шул йылды үҙемдең бәпкәләрем дә нишләптер күп ҡырылды. Икенсе йылына ла аҙ сыҡтылар. Улары ла бик мандый алманы. Ҡаты ҡуллы кешегә ҡаҙымды биреп, ҡулым китте, – тип әрнеп һөйләне танышым. Кемдеңдер оло малы мандый алмай. Һыйыры бер сәбәпһеҙ йә ятып үлә, йә сирләй, йә юғала. Мал-тыуар ҙа бөтәһен дә ҡабул итмәй икән тип уйлап ҡуйҙым. Һеҙ был турала нимә әйтерһегеҙ? Автор фотоһы.