Көйәрмәндәр бишенсе уйынды көтә!
🥅 “Салауат Юлаев” менән “Себер” араһында серия Өфөгә әйләнеп ҡайтты.
Плей-офтың Көнсығыш конференцияһы сирек финалы барышында бөгөн “Өфө-Арена”ла бишенсе уйын уҙа.
Әлегә иҫәп тигеҙ - 2:2. Киләһе этапҡа сығыр өсөн командаларҙың береһе 4 еңеү яуларға тейеш. Салауат, беҙ ышанабыҙ! 💚