Ҡала мөхитенең сифат индексы – муниципаль һәм төбәк властары өсөн әһәмиәтле күрһәткес. Ул халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу буйынса артабанғы үҫеш йүнәлештәрен күрһәтә. Был турала Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин белдерҙе.Ҡала мөхите сифатының индексы буйынса 2024 йыл йомғаҡтары күрһәтеүенсә, илебеҙҙең йәшәү мөхите уңайлы булған ҡалалар һаны 920-гә етте. Өфө ҡала мөхите сифаты буйынса халҡы миллиондан ашҡан ҡалалар араһында тәүге бишәү исемлегенә инде. “Ҡала мөхите сифаты буйынса уртаса индекс 2019 йылға ҡарата 30 процентҡа артты. Бөтә был индекс үлсәмдәре парктарҙы, скверҙарҙы, аллеяларҙы, яр буйҙарын, йәмәғт биләмәләрен һәм ихаталарын иҫәпкә ала”, – тине Марат Хөснуллин. Фото:”Башинформ”.