31 мартаа Учалы районының Абҙаҡ ауылында ҙур янғын булған, уның һөҙөмтәһендә ағас йорт һәм кәртә ҡаралтылары янған, шул иҫәптән йәйге өй, гараж, һарай, мунса, веранда. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 18 баш ваҡ мөгөҙлө мал һәләк булған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе билдәләүенсә, янғын балаларҙың ут менән шаярыуы арҡаһында сығыуы ла ихтимал. Уҙған тәүлектә Әбйәлил, Дәүләкән, Ишембай, Күгәрсен, Мәләүез, Учалы райондарында һәм Дәүләкән, Салауат, Өфө ҡалаларында ҡоро үләндән янғын сыҡҡан. Уларҙы һүндерәләр. Дөйөм майҙаны 8,12 гектар тәшкил итә. Йыл башынан Баймаҡ, Ғафури, Дәүләкән, Күгәрсен, Мәләүез, Учалы райондары, Күмертау, Дәүләкән, Салауат, Өфө ҡалаларында 34 ҡоро үлән янғыны теркәлгән – Өфө районында, Ағиҙел ҡалаһында – ике, Ишембай, Әлшәй райондарында – өс, Сибай ҡалаһында – дүрт, Хәйбулла һәм Әбйәлил райондарында – ете. Уттан зыян күргән майҙан 46,03 гектар тәшкил итә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә: - үлән һәм сүп-сарҙы яндырмағыҙ; - тәмәке төпсөгөн тәҙр