Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов Росгидромет һәм Авиалесоохрананың яҡынса фараздары мәғлүмәттәре менән таныштырҙы, уларға ярашлы республиканың айырым райондары биләмәһендә майҙан сентябргә тиклем юғары класлы янғын хәүефе янауы ихтимал. Урмандарҙың янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн 2025 йылға 11,5 мең кешене һәм 3,3 мең берәмек техниканы йәлеп итеүҙе күҙ уңында тотҡан йыйылма план раҫланды. – Һауа температураһының күтәрелеүен, эргә-тирәләге биләмәләрҙә ҡоро үләндең янып китеүен һәм термик нөктәләр тураһында йыһан мониторингы мәғлүмәттәрен иҫәпкә алып, 3 апрелдән урмандарҙа янғын хәүефе миҙгелен асабыҙ, ә 1 майҙан республика урмандарында янғынға ҡаршы махсус режим индерергә тәҡдим итәбеҙ, – тип билдәләне Марат Шәрәфетдинов. Мәғлүм булыуынса, 2 апрелдә Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының "Башҡортостан Республикаһы биләмәһендәге урман фонды биләмәһендә 2025 йылдың урман хәүефе миҙгелен асыу тураһында"ғы 253 ОД бойроғо баҫылып сыҡты. Урман хужалығы мини
3 апрелдән урмандарҙа янғын хәүефе миҙгелен асабыҙ, ә 1 майҙан...
3 апреля 20253 апр 2025
1 мин