Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығы илдең 1116 ҡалаһының сифатын 36 үлсәм буйынса тикшереп ҡараны. Башҡортостан ҡалалары нисек баһаланды? Һәр күрһәткес 10 баллы шкала буйынса баһалана, артабан улар бергә ҡушыла һәм сифат индексын барлыҡҡа килтерә. Әгәр ҙә 2018 йылда Башҡортостандың алты ҡалаһы ғына йәшәү мөхите уңайлы тип табылғандар араһында булһа, 2023 йылда ошо исемлеккә 17 ҡала индерелде, ә былтыр 21 ҡала уңайлы тип танылды. Тимәк, республикалағы бөтә ҡалалар ҙа сифат буйынса талаптарға яуап бирә. Ә Өфө халҡы миллиондан ашҡан ҡалалар араһына йәшәү сифаты буйынса бишенсе урынды алды! “Был иһә беҙҙең маҡсатҡа өлгәшеүебеҙҙе һәм тынысланырға мөмкин икәнлеген аңлатмай. Әле күп эшләйһе бар”, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡала мөхите сифатына индекс буйынса. “Башҡортостандың бөтә ҡалаларын да йәшәү өсөн уңайлы тип табыу Башҡортостан һәм муниципаль властар етәкселегенең планлы эш алып барыуы һөҙөмтәһе ул”, – ти Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев. Һуңғы алты йылда республикала 806 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелде һәм был эш 8,2 миллиард һумға төштө. Былтыр республика төҙөкләндерелгән биләмәләр һаны буйынса Волга буйы федераль округында беренсе һәм Рәсәй төбәктәре араһында дүртенсе урынды алды. Автор фотоһы.