Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Айыҡ ауыл” проекты программаһына ярашлы, быйылғы конкурста ҡатнашыусы ауылдар халҡы әле проекттарын яҡлай. “Башҡортостан” дәүләт концерт залында дүрт көн дауамында жюри ағзалары башҡарылған эштәрҙе баһалай. Бөгөн Бөрйән районы делегацияһы ла баш ҡалала булды. Хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Венера Вәлиева, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Айгиз Шәрипов, Ырғыҙлы ауыл хакимиәте башлығы Илвир Сәйфуллин, ветеран уҡытыусы Уриә Мөхәмәтйәрова һәм башҡалар конкурста һынау тотҡан Ырғыҙлыла башҡарылған эштәр тураһында һөйләне, жюри ағзаларының төрлө мәсьәләләр буйынса һорауҙарына яуап бирҙе. Ауылда күмәк халыҡты йәлеп иткән саралар даими уҙғарылды, төҙөкләндереү эштәре күп башҡарылды, спортҡа айырыуса ҙур иғтибар бүленде: шорт-трек ярыштары үтте, ҡатын-ҡыҙҙар быйма кейеп хоккей уйнаны, республика кимәлендә уҡсылар турниры ойошторолдо; махсус хәрби операция яугирҙәренә, уларҙың ғаилә ағзаларына булышлыҡ күрһәтелә, “Беҙ бергә!” тип аталған ҙур мәҙәни-илһөйәрлек байрамы булды һ.б. – Халыҡ өсөн кәрәкле ошондай эштәрҙе башҡарыуҙа үҙебеҙҙең биләмәләге Башҡортостан милли паркы, “Шүлгәнташ” дәүләт ҡурсаулығы һәр саҡ ярҙам итә, – ти ауыл хакимиәте башлығы Илвир Миңлеғәле улы. – Урындағы ауыл хакимиәте, клуб, мәктәп хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр ҡоро ағзалары ҡулға-ҡул тотоношоп эшләйбеҙ. Күрше Әбйәлилдең Ҡаҙмаш ауылы егеттәре менән дә (билдәле булыуынса, улар ҙа мәртәбәле конкурста һынау тота) тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Бер-беребеҙгә конкурент тип ҡарамайбыҙ, киреһенсә, төрлө яҡлап ярҙам итергә тырышабыҙ. Шул саҡта сәм дә көсәйә. Бөрйәндә берҙән-бер урыҫ телле ауыл булған, мәсет тә, сиркәү ҙә эшләгән, халыҡтар дуҫлығы төйәге тип танылған Ырғыҙлыға мәртәбәле бәйгелә уңыштар насип итһен. “Айыҡ ауыл-2024/25” конкурсын йомғаҡлау тантанаһы 29 апрелдә Өфөләге “Торатау” конгресс-холында үтәсәк. Автор фотолары.