Һеҙҙең исемгә нисә сим-карта алынған? «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында "Сим-карта" бүлеге барлыҡҡа килде. Унда үҙегеҙҙең исемгә алынған бөтә номерҙар күренә, ҡулланмаған номерҙарҙы блокка ҡуйырға мөмкин. "Сим-карта" бүлегенә инер өсөн порталға ингәс тә иң өҫтә урынлашҡан үҙегеҙҙең исемгә баҫырға кәрәк. Газета "ТАН"