Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Хәйбуллала тағы ла ике көслө янғын булған

2 апрелдә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Хәйбулла районының Маҡан ауылы эргәһендә ҡоро үлән яныуы тураһында хәбәр итәләр. Көслө ел янғынды Сәғит ауылы йүнәлешендә тиҙ тарата. Бөтә көстәр ауылды һаҡлауға йүнәлтелә. Ете гектар майҙанды ялмап алған ут тулыһынса һүндерелә. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ, тип хәбәр итәләр ведомствонан. Ырымбур өлкәһе яғынан райондың Таштуғай ауылынан 12 километр алыҫлыҡта икенсе янғын таралған. Янғынды һүндереүҙе үтеүе ауыр булған урын ҡыйынлаштыра. Ут менән көрәшеү өсөн халыҡҡа өҫтәмә техника һәм 50 янғын һүндереүсе ҡорамал бүленә. Ут һүндереүҙе тәьмин иткән әйберҙәр өҙлөкһөҙ бирелә. Хәйбулла районы хакимиәте тораҡ пункт эргәһендә өҫтәмә һөрөүҙе, минераль һыҙаттар үткәреүҙе ойошторған. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, ландшафт янғыны тулыһынса һүндерелгән. Утты һүндереүгә 115 кеше һәм 17 берәмек техника, шул иҫәптән урындан 66 кеше йәлеп ителә. Хәл Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйын

2 апрелдә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Хәйбулла районының Маҡан ауылы эргәһендә ҡоро үлән яныуы тураһында хәбәр итәләр. Көслө ел янғынды Сәғит ауылы йүнәлешендә тиҙ тарата. Бөтә көстәр ауылды һаҡлауға йүнәлтелә. Ете гектар майҙанды ялмап алған ут тулыһынса һүндерелә. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ, тип хәбәр итәләр ведомствонан. Ырымбур өлкәһе яғынан райондың Таштуғай ауылынан 12 километр алыҫлыҡта икенсе янғын таралған. Янғынды һүндереүҙе үтеүе ауыр булған урын ҡыйынлаштыра. Ут менән көрәшеү өсөн халыҡҡа өҫтәмә техника һәм 50 янғын һүндереүсе ҡорамал бүленә. Ут һүндереүҙе тәьмин иткән әйберҙәр өҙлөкһөҙ бирелә. Хәйбулла районы хакимиәте тораҡ пункт эргәһендә өҫтәмә һөрөүҙе, минераль һыҙаттар үткәреүҙе ойошторған. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, ландшафт янғыны тулыһынса һүндерелгән. Утты һүндереүгә 115 кеше һәм 17 берәмек техника, шул иҫәптән урындан 66 кеше йәлеп ителә. Хәл Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы контролендә. Уҙған тәүлектә Өфө, Ишембай, Федоровка, Краснокама, Бөрө, Дәүләкән, Саҡмағош, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Балаҡатай, Шишмә райондарында - 17, Әбйәлил һәм Хәйбулла райондарында, Стәрлетамаҡ һәм Күмертау ҡалаларында ҡоро үлән янғындары теркәлгән. Утты һүндергәндәр. 2 апрелдә булған янғындарҙан зыян күргән майҙан 25,5 гектар тәшкил итә. Респбликала быйыл 51 ҡоро үлән янғыны теркәлгән, уларҙа 71,55 гектар майҙанда зыян күргән. Шул иҫәптән, Баймаҡ, Күгәрсен, Мәләүез, Учалы, Федоровка, Краснокама, Бөрө, Саҡмағош, Ҡырмыҫҡалы, Балаҡатай, Шишмә райондары, Дәүләкән, Салауат ҡалалары, Өфө биләмәләрендә – бер, Ғафури, Дәүләкән райондары, Ағиҙел ҡалаһы биләмәләрендә – ике янғын, Әлшәй, Өфө райондарында, Сибай, Күмертау ҡалаларында – өс, Ишембай районында – дүрт, Хәйбулла районында – алты янғын, Әбйәлил районында туғыҙ янғын теркәлгән. Уларҙың барыһы ла һүндерелгән, зыян күреүселәр юҡ. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.