Һуңғы йылдарҙағы ваҡиғалар кеше характерына тәьҫир итмәй ҡалманы. Ил халҡы бергә тупланды, миңә ул ҡағылмай, тигәндәрҙең дә вайымһыҙлығы көҙгө ағастың кипкән япрағылай ҡойолоп төшөп, кешеләрҙең ысын барлығы, күңел асылы, ихласлығы, иғтибарлылыҡ, ихтирамлыҡ кеүек сифаттары нығыраҡ күҙгә ташлана башланы. “Тоғро” позывнойлы яугир менән интернет селтәрендә аралашыу ҙа ошо сәбәпле башланды. Талантлы яҡташыбыҙ ижад иткән йырҙарҙы Радик Юлъяҡшин, Фәрүәз Урманшин, Рәил Өмөтбаев, Искәндәр Ғәзизов, Юнир Һағынбаев, Ян Лира кеүек билдәле артистар башҡара. Социаль селтәрҙә таралған, ҙур сәхнәләрҙә яңғыраған йырҙар авторы булған нескә күңелле ир-егеттең ҡәҙимге тормоштағы һәм яуҙа алған яҙмыш һынауын тыңлап күңел тетрәй. Күгәрсен районында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған өс малай араһында бәләкәсе була ул. Ата-әсәһе уларҙы йәштән илһөйәр итеп тәрбиәләй. “Күңелең бик нескә, кешенең ҡайғыһына, яҙмышына битараф түгелһең. Тормошоңда юғары үрҙәргә үрләрһең. Тик онотма: йәтимдәрҙе йәберләмә, ҡайғыға ҡалғандарға ярҙам ҡулы һуҙ. Һиңә ҙур өмөт бағлайым”, – ти уға һуңғы ҡыңғырау байрамында класс етәксеһе изге теләктәрен еткереп. Бер тағандай үҫкән өс улына ла ата-әсә юғары белем бирә. Мәҡәләбеҙ геройы ла әрме хеҙмәтен үтәп ҡайтып, Өфөлә юридик институтта белем ала. Ижтимағи тормошта, төрлө йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан яҡташыбыҙ, вазифалы урын биләгән мәлендә ваҡыт менән иҫәпләшмәй халыҡ менән аралаша, балалар йорттарына ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Үҙ теләге менән махсус хәрби операция биләмәһенә барыуын “Тоғро” Аллаһы Тәғәләнең биргән һынау итеп ҡабул итә. “Яу яланындағы юғалтыуҙар, дуҫтарыңдың һинең ҡулыңда күҙен йомоуы күтәрә алмаҫлыҡ ауыр. Рухым һынманы, Хоҙайҙың миңә ҡарата мөғжизәле ҡөҙрәтен тойҙом, Аллаға шөкөр”, - ти яугир телефон аша аралашҡанда. Сираттағы бәрелештәрҙә “Тоғро” ҡаты яралана. Минаға баҫып аяғы яраланған яҡташыбыҙ яу яланынан көнөнә өсәр-бишәр йөҙ метр арауыҡты үтеп, бишенсе тәүлек тигәндә үҙебеҙҙекеләр яғына шыуышып сыға. Үҙен баҫтырған 17 дрон һөжүменән яраланған, блиндажда үҙенә-үҙе тәүге ярҙам күрһәтеп, ҡотоласағына өмөтөн өҙгәндә ҡыштырлаған тауыш ишетә. Бәхеткә, ул “Ҡунаҡ” исемле полкташы булып сыға. “Штурмлаусыларҙың батырлығы, илһөйәрлеге тураһында бик күп миҫалдар килтерергә була. Бергә булғанда, беҙҙе бер кем еңә алмаясаҡ, тине үҙе яраланған хәлдә ҡалһа ла, мине эвакуациялаған урыҫ егете. Мәшхәрле алыштарҙа тере ҡалыуымда Аллаһтың ҡушыуы, кешеләргә ҡылған изгелегем сәбәп булғандыр” - тип иҫәпләй “Тоғро”. Бөгөн яугир алған йәрәхәттәрен дауалай. Яҙмыш һынауҙарын лайыҡлы үткән яугир киләсәккә яҡты өмөт бағлай, үҙе һымаҡ тоғро яҡындарына, дуҫтарына рәхмәт һүҙен еткерә.