Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Үҫемлектәрҙе тиҙләтелгән селекциялау лабораторияһы асылды

Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусы базаһында «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проектының (национальный проект «Технологическое обеспечение продовольственной безопасности») бурыстарына ярашлы «Агробиотехнологиялар» ғилми лабораторияһы асылды. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр. Лаборатория – Башҡортостан дәүләт аграр университетының һәм юғары уҡыу йортоноң индустриаль партнеры булған «Рассвет» үҫемлекселек предприятиеһының берлектәге проекты. Уның хеҙмәткәрҙәре тиҙләтелгән селекция ысулы менән ҡаты бойҙай һәм сәсеү борсағының яңы линияларын һәм сорт өлгөләрен булдырасаҡ. Бының өсөн Башҡортостан дәүләт аграр университеты әҙерләгән «Фитотрон» үҫемлектәр үҫеше өсөн климат камераһы файҙаланыласаҡ. – Был лабораторияны асыу – беҙҙең университет һәм бөтә төбәк өсөн мөһим аҙым. Заманса ҡорамалдар һәм уникаль технологиялар беҙгә алдынғы фәнни тикшеренеүҙәр үткәрергә, үҫемлектәрҙең яңы сорттарын үҫтерергә

Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусы базаһында «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проектының (национальный проект «Технологическое обеспечение продовольственной безопасности») бурыстарына ярашлы «Агробиотехнологиялар» ғилми лабораторияһы асылды. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр. Лаборатория – Башҡортостан дәүләт аграр университетының һәм юғары уҡыу йортоноң индустриаль партнеры булған «Рассвет» үҫемлекселек предприятиеһының берлектәге проекты. Уның хеҙмәткәрҙәре тиҙләтелгән селекция ысулы менән ҡаты бойҙай һәм сәсеү борсағының яңы линияларын һәм сорт өлгөләрен булдырасаҡ. Бының өсөн Башҡортостан дәүләт аграр университеты әҙерләгән «Фитотрон» үҫемлектәр үҫеше өсөн климат камераһы файҙаланыласаҡ. – Был лабораторияны асыу – беҙҙең университет һәм бөтә төбәк өсөн мөһим аҙым. Заманса ҡорамалдар һәм уникаль технологиялар беҙгә алдынғы фәнни тикшеренеүҙәр үткәрергә, үҫемлектәрҙең яңы сорттарын үҫтерергә һәм ауыл хужалығына заманса ысулдар индерергә мөмкинлек бирәсәк. Был продукцияның сифатын күтәреү генә түгел, илебеҙҙең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген дә нығытасаҡ, – тип билдәләне университет ректоры Илдар Ғәбитов. Милли проекттың төп маҡсаты – аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик йәһәттән тәьмин итеү, Рәсәйҙең агросәнәғәт комплексын һәм уның технологик бойондороҡһоҙлоғон үҫтереү. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарарына ярашлы 2025 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: БДАУ сайтынан.