1 апрелдән республиканың ата-әсәләре балаларҙың беренсе класҡа барыуына ҡағылышлы электрон ғариза бирә ала, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән. Был хеҙмәттән 12 меңгә яҡын малай һәм ҡыҙҙың ата-әсәһе файҙаланған да инде. Һанлы продукттар булдырыу «Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләтте һанлы трансформациялау» милли проектының (национальный проект «Экономика данных и цифровая трансформация государства») маҡсаттарына тап килә. Ғариза биреү процесында Өфө, Нефтекама, Салауат, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Сибай ҡалаларынан, шулай уҡ Туймазы, Өфө, Ишембай һәм Бәләбәй райондарынан ата-әсәләр әүҙем ҡатнаша. – Баланы беренсе класҡа Федераль һәм төбәк дәүләт хеҙмәттәре порталдары аша ғына түгел, мәктәптәрҙе комплектлау сайтында ла яҙырға мөмкин. Бынан тыш, сайтта беренсе класс өсөн мәктәптәрҙә буш урындар булыу-булмауы тураһында мәғлүмәт бирелә. Бының өсөн белем усағының районын һәм номерын күрһәтеү етә, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин. Бынан тыш, «Мәктәптәрҙе комплектлау» порталында «АнтиТравля» виджеты эшләй, уның ярҙамында мәктәптә буллинг осрағына тарығанда ярҙам һорап аноним рәүештә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Фото: Аҡъяр ауылының 3-сө мәктәбенән.
Электрон базала 12 мең буласаҡ беренсе класс уҡыусыһы теркәлгән
3 апреля3 апр
1 мин