Найти в Дзене

Кире ҡар яуасаҡ

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе инде аномаль һауа торошо менән ҡурҡытып булмай. Бығаса булмаған йылы март, иртә ташҡын, апрель башында йәйге температура... Һауа торошо беҙгә тағы нимә әҙерләй? Синоптиктар алдағы айға фараз менән уртаҡлашты. Башгидрометтан хәбәр итеүҙәренсә, ағымдағы аҙна аҙағында республикаға ямғырҙар, улар менән бергә һыуыҡтар киләсәк. Һауа температураһы төндә -2,+3 градусҡа тиклем түбәнәйәсәк. Шуға күрә төндә яуым-төшөм ҡар рәүешендә була. Көндөҙ +5,+10 градус булыуы көтөлә. Гисметео метеорологтары хәбәр итеүенсә, һалҡын һауа торошо апрелдең 20-һенә тиклем дауам итәсәк. Ямғырҙар көн һайын яуасаҡ. Көндөҙ термометр бағанаһы +10,+12 градусҡаса күтәреләсәк. Төндә -1, +5 градус булыуы көтөлә. 20 апрелдән һуң ғына ямғырҙар туҡтаясаҡ, һауа температураһы күтәрелә башлаясаҡ. Фото: Әлиә Хужәхмәтова.