Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Йәшәү сифатын күтәреү мәсьәләләре буйынса советтың беренсе ултырышы үтте

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Йәшәү сифатын күтәреү мәсьәләләре буйынса советтың беренсе ултырышын үткәрҙе. 2 апрелдә Республика менән идара итеү үҙәгендә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Граждандарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыу мәсьәләләре буйынса советтың беренсе ултырышын үткәрҙе. Уны Милли социаль башланғысты тормошҡа ашырыуға ярашлы – Яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса федераль стратегик башланғыстар агентлығы проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә булдырҙылар. Совет эшендә агентлыҡтың генераль директорының беренсе урынбаҫары Игорь Карачин, республика министрлыҡтары һәм ведомстволары, социаль сәйәсәт өлкәһендә үҫеш институттары вәкилдәре, шулай уҡ муниципалитет башлыҡтары ҡатнашты. Төбәк етәксеһе үҙенең инеш һүҙендә, Совет эшмәкәрлеге тормоштоң төп өлкәләренә – һаулыҡ һаҡлауға, мәғарифҡа, мәшғүллеккә, социаль яҡлауға йүнәлтеләсәк, тип билдәләне. - Был кешеләрҙең лайыҡлы тормошо нигеҙе. Республикала йәшәүсе һәр кем беҙҙең ышаныслы ярҙамды т

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Йәшәү сифатын күтәреү мәсьәләләре буйынса советтың беренсе ултырышын үткәрҙе. 2 апрелдә Республика менән идара итеү үҙәгендә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Граждандарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыу мәсьәләләре буйынса советтың беренсе ултырышын үткәрҙе. Уны Милли социаль башланғысты тормошҡа ашырыуға ярашлы – Яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса федераль стратегик башланғыстар агентлығы проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә булдырҙылар. Совет эшендә агентлыҡтың генераль директорының беренсе урынбаҫары Игорь Карачин, республика министрлыҡтары һәм ведомстволары, социаль сәйәсәт өлкәһендә үҫеш институттары вәкилдәре, шулай уҡ муниципалитет башлыҡтары ҡатнашты. Төбәк етәксеһе үҙенең инеш һүҙендә, Совет эшмәкәрлеге тормоштоң төп өлкәләренә – һаулыҡ һаҡлауға, мәғарифҡа, мәшғүллеккә, социаль яҡлауға йүнәлтеләсәк, тип билдәләне. - Был кешеләрҙең лайыҡлы тормошо нигеҙе. Республикала йәшәүсе һәр кем беҙҙең ышаныслы ярҙамды тойорлоҡ итеп эшләргә тейешбеҙ. Бөгөн Башҡортостан – Стратегик башланғыстар агентлығы проекттарын тормошҡа ашырыуҙа пилот төбәк. Һәм был яҡшы һөҙөмтәләр бирә – дүрт йыл эсендә Тормош сифаты рейтингында алға китеш яһаныҡ - Башҡортостан унда 40-сы урындан 10-сы урынға күтәрелде, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. Төбәк башлығы, “Бөтәһе өсөн дә асыҡ” проекты сиктәрендә Стратегик башланғыстар агентлығы менән эшләү һөҙөмтәһендә республиканың 80 компанияһы Милли инклюзив килешеүҙәргә ҡушылды, тип өҫтәне. Бынан тыш, Башҡортостанда реабилитация һәм абилитация моделдәр программаһын башлайҙар, ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә ярҙам итеү өсөн һанлы Платформа булдырыу өҫтөндә эшләйҙәр. *** Стратегик башланғыстар агентлығы генераль директорының беренсе урынбаҫары Игорь Карачин Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеш динамикаһын юғары баһаланы. Уның билдәләүенсә, был республикаға Йәшәү сифаты рейтингының 10 йүнәлештең 9-ында алдынғы позицияға сығырға мөмкинлек бирә. Атап әйткәндә, төбәк халыҡҡа медицина хеҙмәтләндереүе сифатын һәм табиптарҙың эш шарттары, дәүләт хеҙмәттәре алыуҙы, ҡала мөхите һәм йәмәғәт киңлектәре уңайлылығын, ауыл еренә тәү кәрәкле тауарҙар еткереү һәм башҡа социаль күрһәткестәр буйынса үҙ позицияларын ярайһы уҡ яҡшыртты. Игорь Карачин төбәк вәкилдәренә социаль йүнәлеш буйынса лидерлыҡ проекттарын һайлап алыуҙа әүҙем ҡатнашырға тәҡдим итте, улар өсөн ғаризалар 9 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Бынан тыш, Башҡортостан “Яңы заман өсөн көслө идеялар” форумына проекттар һаны буйынса лидерҙар иҫәбендә. Унда ғаризалар росконгресс.рф платформаһында һәм знайнаших.аси.рф сайтында ҡабул ителә. Республика Башлығы Стратегик башланғыстар агентлығы менән үҙ-ара эш итеүҙең һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы һәм АСИ коллективына берлектәге эше өсөн рәхмәт әйтте. *** Вице-премьер - Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов 2024 йыл өсөн Йәшәү сифаты рейтингы йомғаҡтарын һәм 2025 йылға бурыстар тураһында ентекләп һөйләне. -Халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу буйынса эш рейтингтың 10 йүнәлеше буйынса алып барыла. Улар – “Медицина хеҙмәтләндереүе”, “Социаль яҡлау”, “Инклюзивлыҡ һәм тигеҙлек”, “Мәғариф һәм үҫеш”, “Торлаҡ һәм инфраструктура”, “Ҡулланыу һәм ял”, “Таҙалыҡ һәм экология”, “Хәүефһеҙлек”, “Дәүләт хеҙмәттәре һәм сервистар” һәм “Эш һәм үҙ эшең өсөн мөмкинлектәр”. Һәр йүнәлеш берәй министрлыҡҡа аныҡ беркетелгән. 2024 йыл йомғаҡтары буйынса Тормош сифаты рейтингының бөтә 140 күрһәткесе нигеҙендә республикабыҙ илдең иң яҡшы ун төбәге иҫәбенә инде, - тип билдәләне Руслан Хәбибов. Ҡаҙаныштар араһында вице-премьер, атап әйткәндә, социаль инфраструктураны өҫтөнлөклө финанслауҙы - мәктәптәр, спорт объекттары, балалар баҡсалары, мәҙәниәт учреждениелары, юлдар төҙөүҙе һәм ремонтлауҙы, автобустар һатып алыуҙы, шулай уҡ бизнесҡа ярҙам итеүҙе, етәкселәрҙең һәм власть органдары вәкилдәренең социаль селтәрҙәге шәхси аккаунттары аша халыҡ мәсьәләләрен хәл итеү буйынса диалогтың асыҡлығын тәьмин итеүҙе, халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәттәрҙе һанлаштырыуҙы билдәләне. Руслан Хәбибов эште көсәйтергә кәрәк биш күрһәткесте билдәләне. Улар иҫәбендә - социаль яҡлау сиктәрендә финанс ярҙамы алыу процедураһы, социаль яҡлауға йән башына дәүләт сығымдары, эш ваҡытының 30 проценттан ашыуы административ эш менән шөғөлләнгән педагогтар һәм беренсе сменала уҡыған уҡыусылар, шулай уҡ ҡала мөхите сиктәрендә парктар өсөн бүленгән ҡала ерҙәре майҙаны. 2025 йылға төп бурыстар иҫәбендә – халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу буйынса власть органдарының “юл карталарын” раҫлау һәм тормошҡа ашырыу, шулай уҡ республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында Милли социаль башланғысты тормошҡа ашырыу буйынса Проект офисын булдырыу. *** Төбәк сервис вәкиле, Башҡортостан Башлығының йәмәғәт башланғысында социаль сәйәсәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Альбина Ҡасимханова Тормош сифаты рейтингы күрһәткестәрен яҡшыртыу буйынса эш йүнәлештәре тураһында һөйләне. - Ағымдағы йылға төп бурыстарҙы билдәләнек. Был тәү сиратта тормоштағы төрлө хәлдәр буйынса ҡарарҙарҙы проектлауҙың берҙәм технологияһы программаһы буйынса уҡытыласаҡ сервис-дизайнерҙар командаһын булдырыу, – тип билдәләне Альбина Ҡасимханова. - Уҡыуҙы 2025 йылдың 12-15 майында вуз-ара студенттар кампусында агентлыҡ вәкилдәре үткәрәсәк. Уны 60 министрлыҡ вәкиле үтәсәк, улар артабан үҙләштерелгән технологияларын республика муниципалитеттары хеҙмәткәрҙәре менән уртаҡлашасаҡ. *** Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова үҙ сығышында муниципалитет халҡының йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән сараларҙы тормошҡа ашырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Улар иҫәбендә - яңы социаль объекттар төҙөү, медицина хеҙмәтләндереүен яҡшыртыу, урамдарҙы һәм йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү, коммуналь инфраструктураны яңыртыу, эшҡыуарлыҡты үҫтереү, эшһеҙлек кимәлен кәметеү, халыҡты физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү Төбәк етәксеһе муниципаль хакимиәттең һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы. Ултырыш аҙағында республика Башлығы Совет ағзаларына емешле эше өсөн рәхмәт әйтте һәм Милли социаль башланғыста әүҙем ҡатнашыусыларға Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Мәғлүмәт: https://glavarb.ru/ru/news/event/radiy-habirov-provyol-pervoe-zasedanie-soveta-pri-glave-bashkortostana-po-voprosam-povysheniya-kachestva-zhizni-75228/