Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Төҙөлөш тармағына ҡағылышлы закондар үҙгәреүе тураһында һөйләнеләр

Өфөлә республика төҙөүселәре һәм генераль подрядсылары өсөн «2025 йылда төҙөлөш ойошмаларына ҡағылышлы яңылыҡтар» тип аталған семинар үтте. Ҡатнашыусылар 214-се федераль закон талаптарына ярашлы торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендәге ҡануниәттең мөһим яңылыҡтарын тикшерҙе. Шулай уҡ шәхси торлаҡ төҙөлөшө темаһына ҡағылды, атап әйткәндә, 2025 йылдың 1 мартынан «Эскроу иҫәптәрен файҙаланып төҙөлөш подряды килешеүҙәре буйынса торлаҡ йорттар төҙөү тураһында» федераль закондың көсөнә инеүе хаҡында һүҙ алып барылды. – Бөгөн Строим.Дом.РФ порталында банк продукттарын ҡулланып шәхси торлаҡ төҙөлөшө алып барырға әҙер 249 төҙөлөш компанияһы тураһында мәғлүмәт бар. Улар Башҡортостан Республикаһы территорияһында шәхси йорттар төҙөүҙең 741 типовой проектын урынлаштырған. Шуларҙың 108-е «эскроу иҫәп менән төҙөлөш» статусына эйә, был граждандарҙың аҡсаһын һаҡлап ҡалыу гарантияһын аңлата, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Александр Борисов. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/26453/