2 апрелдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктең аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте үҫеше тикшерелде. Республиканың ауыл хужалығы министры, вице-премьер Илшат Фәзрахманов 2024 йылда тармаҡтың үҫеш тенденцияһын һаҡлап ҡалыуын хәбәр итте. Республика предприятиелары 187,3 миллиард һумлыҡ продукция оҙатҡан, был 2023 йылға ҡарағанда 18,5 процентҡа күберәк. Республикала он, ҡош ите, аҡ май, сыр һәм макарон изделиелары етештереүҙе арттырҙылар. Төбәктең ихтыяждары һөт продукцияһы, сусҡа ите, һыйыр ите, шәкәр, үҫемлек майы, картуф, яңы ҡыяр һәм помидор буйынса тулыһынса тәьмин ителгән. Эшкәртеү сәнәғәте дәүләт ярҙамы саралары арҡаһында ла үҫешә. 2021 йылдан был маҡсатҡа 942 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. – 2022 йылдан республиканың аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереү Программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә аҙыҡ-түлек етештереүселәр яңы ҡорамалдар һәм техника һатып алыуға сығымдарҙың 40 процентын ҡаплау мөмкинлегенә эйә булды. Программаның өс йыл эшләү осоронда предприятиеларға республика бюджетынан 250 миллион һум йүнәлтелде, – тип билдәләне Илшат Фәзрахманов. 2024 йылда 46 предприятие дәүләт ярҙамы алған. Дөйөм алғанда, программаның өс йыл эшләү осоронда 100-ҙән ашыу производство үҙенең эшкәртеү ҡеүәтен яңырта. Компаниялар бөтәһе 700 миллион һумға 600-ҙән ашыу берәмек техника һәм ҡорамал һатып алған. 2025 йылда аҙыҡ-түлек сәнәғәтенә ярҙам итеүгә 80 миллион һум бүленә. Вице-премьер шулай уҡ, тармаҡты үҫтереү сиктәрендә төбәктә дөйөм хаҡы 13,7 миллиард һумлыҡ 22 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла, тип хәбәр итте. Улар ит һәм колбаса изделиелары етештереү, иген эшкәртеү һәм ҡоро һөт продукттары етештереү ҡеүәтен киңәйтеүгә йүнәлтелгән. Республика аграрийҙары тышҡы баҙарҙарға әүҙем сыға. 2024 йылда Башҡортостан 350 миллион долларлыҡ 666 мең тонна самаһы агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортҡа оҙатҡан. Төп экспорт тауарҙары булып май тармағы продукцияһы, ит, һөт продукцияһы, иген һәм кондитер изделиелары тора. Төп һатыу баҙарҙары Һиндостан, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Алжир һәм Үзбәкстан. Төбәктә хәләл продукция етештереүҙе үҫтереү дауам итә. Башҡортостан Рәсәйҙең хәләл продукция буйынса Рәсәй сифат системаһының компетенциялар үҙәге вәкиллеген булдырған тәүге төбәге булды. Республиканың 21 предприятиеһы ярашлылыҡ сертификаттарын алды ла инде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тармаҡтың яҡшы үҫеш күрһәтеүен билдәләне һәм ошо йүнәлештә эште дауам итергә ҡушты. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.