Найти в Дзене

Ватанды һөйөү - имандың бер өлөшө

Әлеге ҡатмарлы осорҙа беҙҙең өсөн иң мөһиме – традицион ҡиммәттәребеҙҙе, тарихи дөрөҫлөктө һаҡлау, асылыбыҙҙан тайпылмау. Бындай ынтылыш өлкән һәм урта быуын вәкилдәрендә генә түгел, айырыуса йәштәребеҙҙә булырға тейеш. Өфөләге “Ләлә” мәсетендә Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты етәкселегенең студенттар менән осрашыуы тап шул маҡсатта уҙғарылды. Ошо рәүешле мөфтиәт Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан “Рәсәй мосолмандары 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һәм тылда” тип аталған саралар циклын асты. Ойоштороусылар билдәләүенсә, бындай осрашыуҙарҙы даими үткәреү планлаштырылған. Уларҙың һәр береһендә яҙмышы Бөйөк Ватан һуғышы осоро менән бәйле ветерандар ҡатнашасаҡ, тимәк, йәш быуын вәкилдәре ололарҙың һөйләгәндәренән ҙур һабаҡ аласаҡ. Тәүге осрашыуҙа Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт хәҙрәт Тажетдинов, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, былтыр декабрҙә 100 йәшен билдәләгән аҡһаҡал Әсхәт Минһажетдинов, Рәсәй ислам университеты уҡытыусылары, шәкерттәре, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар ҡатнашты. – Ватанды һөйөү – имандың бер өлөшө. Динебеҙҙәге ошо һүҙҙәргә тоғролоғон илебеҙ, республикабыҙ мосолмандары һәр эш-ғәмәле аша раҫлап килә. Был айырыуса ауыр мәлдәрҙә, һынауҙарҙа күренә, – тине сығышында Тәлғәт хәҙрәт Тажетдинов. – Совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә өлгәшеүендә руханиҙарҙың, дини ойошмаларҙың, шул иҫәптән беҙҙең мосолмандарҙың өлөшө ҙур. Быны Рәсәй Президенты Владимир Путин да билдәләй. “Бөйөк Ватан һуғышы башланған иң ауыр, ҡан ҡойошло мәлдә Өфөлә мосолмандарҙың съезы үтә. Унда мөфтөй Ғабдрахман хәҙрәт Рәсүлев, пәйғәмбәр Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең аманатына тоғро ҡалып, тыуған ерҙе һаҡлау мөһимлеге хаҡында белдерә. Ил һағына дәррәү баҫҡан мосолмандар, башҡа дин, халыҡ вәкилдәре менән бер рәттән, Брест ҡәлғәһенән алып Берлинғаса яу юлын үтә. Иптәштәрен төрлө конфессияға, милләткә айырмай. Ошо рәүешле улар беҙгә һис ниндәй ауырлыҡ алдында һынмаҫ дуҫлыҡ өлгөһөн мираҫ итеп ҡалдырған – быны берәүгә лә ҡаҡшатырға, “ҡарайтырға” мөмкинлек бирмәйәсәкбеҙ”, – тине Рәсәй Президенты. Бөйөк Ватан һуғышындағы илһөйәрлек үрнәген яугирҙәребеҙ бөгөн махсус хәрби операцияла ла дауам итә. Юғары мөфтөй Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының МХО башланғас уҡ дөйөм эшкә әүҙем ҡушылғаны, 2022 йылдың март айында уҡ Донбассҡа тәүге гуманитар ылау туплап ебәргәне, имам-хатиптарҙың хәрбиҙәр, уларҙың ғаилә ағзалары менән тығыҙ бәйләнеш булдырып, даими рухи ярҙам күрһәтеүе, дини уҡыу йорттары шәкерттәренең маскировка селтәрҙәре үреүгә, яугирҙәргә башҡа төрлө булышлыҡ ҡылыуға йәлеп ителгәнлеге, мөфтиәт ҡарамағындағы “Ғибәдүррахман” йәмәғәт хәрәкәтенең Бөйөк Ватан һуғышында, унан һуң булған локаль бәрелештәрҙә ҡатнашҡан яугирҙәр менән осрашыуҙар ойоштороуы, хәйриә акцияларын йыш уҙғарыуы һәм башҡа мөһим ғәмәлдәр хаҡында бәйән итеп, йәш быуын вәкилдәрен ошондай оло әһәмиәтле сараларҙан ситтә ҡалмаҫҡа, күркәм өлгөнө лайыҡлы дауам итергә саҡырҙы. 100 йәшлек ветеран Әсхәт Минһажетдинов та йәштәрҙе илһөйәрлеккә, иманға әйҙәне. “Аллаһ Тәғәләгә ышаныу беҙгә көс бирҙе, еңеүгә ынтылыш өҫтәне”, – тине ул. Әсхәт Асҡар улы 17 йәшендә фронтҡа алынған. Ҡаһарманлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, “Батырлыҡ өсөн”, “Белоруссияны азат иткән өсөн” һ.б. миҙалдар менән наградланған. Һуғыштан имен-аман әйләнеп ҡайтҡас, халҡына хеҙмәт күрһәтеүҙе дауам иткән – ярты быуаттан ашыу табип булып эшләгән. Кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлаған, етмештән күберәк ғилми хеҙмәт авторы. Әлеге осрашыуҙа Тәлғәт хәҙрәт Тажетдинов Әсхәт Минһажетдиновҡа Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының юғары наградаһын – “Иман һәм намыҫ” орденын тапшырҙы, түбәтәй бүләк итте, ныҡлы һаулыҡ теләне. – Быйыл Кремлдә осрашҡанда Рәсәй Президенты Владимир Путин махсус хәрби операцияны донъяла дини, рухи-әхлаҡи тәртипте тергеҙеү, халыҡтар, дәүләттәр араһында татыулыҡты, дуҫлыҡты нығытыу, бер-беребеҙгә, милли ҡиммәттәребеҙгә ҡарата ихтирам, хөрмәт тойғоһон арттырыу сараһы тип атаны. Мосолмандар дөйөм ҡеүәтебеҙгә, берҙәмлеккә элек-электән ҙур өлөш индереп килә, тип билдәләне. Артабан да ошо сифаттарыбыҙҙы, асылыбыҙҙы һаҡлап, алға барайыҡ, – тине Юғары мөфтөй. Өлкәндәр менән ошондай фәһемле һөйләшеүҙәр юғары һөҙөмтә бирәсәк тигән ышаныста сараны ойоштороусылар. Улар артабанғы осрашыуҙарға башҡа уҡыу йорттары студенттарын да саҡырасаҡ. Динар Кәлимуллин фотолары.