Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Етәксе ҡыҙ мине ныҡ кәмһетте (Булған хәл)

Байтак ваҡыт элек урамда Рәсимә исемле таныш ҡатынды тап булды. Ул ҡыуанып, тормошондағы ыңғай ваҡиғалар тураһында бәйән итте: берҙән-бер улын өйләндергән, килене бер-бер артлы ике бәпәй табып һөйөндөргән. Хәҙер балалары янында күберәк булыу, йәштәргә бәпестәр менән ярҙам итеү маҡсатында элекке эшенән китеп, түбәнерәк эш хаҡына, әммә өйөнөң эргәһендә һәм эш алымы уңайлы булған яңы урынға эшкә урынлашып йөрөүе тураһында һөйләне. Ярты йыл самаһы ваҡыт үткәс, Рәсимәне тағы тап иттем. Аптырауға ҡалып, йәне үртәлеп, яңылыҡтары менән бүлеште: яңы урында оҙаҡ эшләй алмай китергә мәжбүр булған икән. Эштән китеүенең сәбәптәре менән ҡыҙыҡһынғас, түбәндәге хәлде һөйләне. “Хеҙмәт хаҡы аҙыраҡ булыуға ҡарамаҫтан, был урынға бик теләп эшкә килгәйнем. Әммә бүлек етәксеһе булған ҡыҙ менән беренсе көндән үк борсаҡ бешмәне. Һытыҡ йөҙ менән был өлкәлә тәжрибәм бармы-юҡмы икәнлеген һорашты (эш стажым 25 йылдан ашыу). “Бында эшләй алырмын тип уйлайһығыҙмы?” – тип һорап ҡуйҙы. Ауыр холоҡло булып сыҡты был ҡыҙ. Иртәнсәк килгәнендә һаулығымды ла алмай, кискеһен һаубуллашмай ҙа ултырып ҡала, һөйләшеп тә бармай. Уныһына ғына күҙ йомор инем дә, берәй нимә ҡуша ла, “Эшләй алырмын тиһегеҙме? Ҡулығыҙҙан килмәйәсәк, һеҙгә әйткәнсе, аңлатып ваҡыт әрәм иткәнсе, үҙем генә эшләйем”, – тигән һүҙҙәр менән алдыма алып килеп һалған документтарҙы демонстратив рәүештә кире алып китә. Мин уларға тотоноп та өлгөрмәйем. Башҡарған эшемдән кәмселек эҙләп бәйләнә, бәләкәй генә хата тапһа ла: “Шуны ла белмәйһегеҙ, наҙандарҙы эшкә алғастар – шул инде”, – тип кәмһетергә лә тартынмай. Нисек эшләргә кәрәклекте аңлатмай, һораһаң, “Һеҙ үҙегеҙ белергә тейеш! Ошо аңралар башымды ҡатыра!” – тип ҡысҡыра башлай. Директор һәм уның урынбаҫары алдында ике-өс тапҡыр оятҡа ҡалдырып, барлыҡ ғәйепте минең өҫкә япһарҙы, ә бит бүлек етәксеһе булараҡ документтарҙы минән тыш ул да тикшерергә тейеш ине бит. Кабинетта икебеҙ генә ултырҙыҡ, шул тиклем ауыр мөхит хөкөм һөрә торғайны, көндәр буйына бер-беребеҙгә һүҙ ҙә ҡушмаған саҡтар булды. Минән күпкә йәш, улыма тиңдәш кешенең шулай кәмһетеүе, тауыш күтәрергә лә тартынмауы тамам үҙәккә үтте. Эшкә барғым килмәй башланы, иртәнсәк үҙемде көсләп, ауыр уйҙар менән теләкһеҙ генә хеҙмәт иткән еремә йүнәләм. Минең бындай хәл-торошомдо күргән ирем һәм улым: “Ыҙалама, үҙеңде ирекһеҙләп йөрөмә шул эшеңә. Һинең аҡсаңа ҡарап ултырған көнөбөҙ юҡ. Беҙ яҡшы хеҙмәт хаҡы алабыҙ бит”, – тигәстәр, киттем инде. Күпме эшләп бындай хәлгә беренсегә тарыуым. Быға тиклемге коллективтарымда татыулыҡ, бер-береңә ярҙамға килә белеү хөкөм һөрә торғайны”, - тип һөйләне Рәсимә. Әле тағы эш эҙләп йөрөүе икән... Ә һеҙгә ошоноң ише олоно - оло, кесене кесе тип белмәгән етәкселәр осрағаны булдымы? Фото: rwsp.net