Уҙған ялдарҙа бөтә донъя мосолмандары матур байрам – Ураҙа ғәйетен билдәләне. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәт кәңәшмәһендә республикала был сараларҙы ойоштороусыларға рәхмәт әйтте. Уның белдереүенсә, байрам юғары кимәлдә үтте. – Республиканың бөтә мәсеттәрендә лә тиерлек байрам саралары ойошторолдо. Хоҡуҡ һаҡлау органдарына рәхмәт, бер ниндәй ҙә тәртип боҙоу осрағы теркәлмәне, – тине Радий Фәрит улы. Бынан тыш Башҡортостан Башлығы етәкселәргә Ураҙа байрамы осоронда кешеләргә ярҙам итергә тәҡдим итте. – Исламдың төп мәғәнәһе – буйһоноу, изге күңелле булыу һәм кешеләргә ярҙам итеү. Ураҙа байрамы көндәрендә был нығыраҡ күренә. Мин мосолмандарҙың йолаларын үтәмәйем, ләкин Рамаҙан айында кешеләргә ярҙам итергә тырышам. Ике йыл рәттән Донбасстан ауыр йәрәхәттәр алған балаларҙы алып сыҡҡан Елизавета Глинкеға финанс ярҙамы ебәрәбеҙ. Был аҡса ауыр сирле балаларҙы дауалау өсөн кәрәк ине. Беҙҙең аяҡ-ҡулдар бар, һәйбәт эш хаҡы алабыҙ. Республикала социаль учреждениелар күп, уларға ярҙам итергә кәрәк, – тине ул. Ул үҙенең ялдарҙа Шишмә районындағы ошондай учреждениеларҙың береһендә булыуы, ундағы кешеләр менән аралашыуы тураһында һөйләне. Һәм бындай ярҙамды һәр етәксе башҡара ала тине. Радий Хәбиров Башлыҡ хакимиәтенә социаль учреждениелар исемлеген әҙерләргә ҡушты. Фото: "Башинформ".
Етәкселәргә Ураҙа байрамында кешеләргә ярҙам итергә тәҡдим ителде
2 апреля2 апр
1 мин