Район үҙәгенән сираттағы гуманитар ылау юлға сыҡты. Был юлы ылауҙы оҙатып, егеттәргә ғорурлыҡ һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин юлланды. Хәрбиҙәр өсөн 2 йөк машинаһына 3 мунса, микроавтобус, запас частәр, мунса мейесе, маскировка селтәрҙәре, газ балондары, тепловизорлы прицел, бензогенератор һәм башҡа әйберҙәр, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың туғандарынан, яҡындарынан шәхси посылкалар тейәлде.
Ярҙамды йыйыуҙа үҙ өлөшөн индергән барлыҡ район халҡына ҙур рәхмәт!