Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Хәтер ипкендәре ҡайҙа илтә?

“Китап” нәшриәте кибетенең осрашыуҙар залында Тәлғәт Сәғитов яҙған “Хәтер ипкендәре” баҫмаһының руссаға тәржәмә ителгән варианты менән таныштырыу сараһы ойошторолдо. Башҡортса баҫма бынан бер нисә йыл алдараҡ донъя күргәйне. Мәҡәләләрҙе руссаға ауҙарыусы – Азамат Тәлғәт улы Сәғитов. Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитов – Башҡортостандың, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры. Журналистикала, әҙәбиә даирәһендә лә үҙ кеше. Үҙ ваҡытында күп яуаплы вазифалар башҡарған: “Башҡортостан” гәзитенең, “Һәнәк” журналының баш мөхәррире, БАССР-ҙың телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты рәйесе, мәҙәниәт министры, ТӨРКСОЙ ойошмаһында БР Мәҙәниәт министрлығы вәкиле. Ҡайҙа эшләһә лә, ул кешелеклелеге, эш алымдары буйынса алдынғы ҡарашы менән айырылып тора. Хәтирәләр китабының исем туйына килгән элекке хеҙмәттәштәре, фекерҙәштәре бер ауыҙҙан ошоно билдәләне. Авторҙың хәтер ипкендәре уҡыусыны республика йәмғиәт тормошоноң һуңғы 80 йыллыҡ тарихына ҡағылышлы бай мәғлүмәт донъяһына илтә. Тәлғәт Ниғмәтулла улына хеҙмәте аша билдәле шәхестәр менән йыш аралашырға тура килә. “Хәтер ипкендәре” – улар менән тығыҙ хеҙмәттәшлеге, дуҫтарса аралашыуының һөҙөмтәһе булараҡ яҙылған китап. Автор үҙ яҙмышы аша республикабыҙ тормошоноң бик ҙур дәүере тураһында бәйән итә. Һүрәтләү барышында төрлө шәхестәрҙең йәмғиәттә тотҡан урынын, башҡарған хеҙмәте аша тыуған яҡ үҫешенә индергән ролен дә күҙ алдына килтерергә була. Осрашыуҙа Тәлғәт Ниғмәтулла улы китаптың яҙылыу тарихы, ҡайһы бер геройҙары хаҡында һөйләп ишеттерҙе. Ҡыҙыҡлы баҫма менән танышырға исемдәре киң йәмәғәтселеккә яҡшы таныш шәхестәр килгәйне. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, ғалим, филология фәндәре докторы Ғиниәулла Ҡунафин сығыштарында был баҫмаға юғары баһа бирҙе. Уның роман-эссе тип атлыуы ла бик урынлы, тип билдәләне абруйлы ғалим. Республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев “Хәтер ипкендәре” авторының 2022 йыл өсөн Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһына лайыҡ булғанын хәтергә төшөрҙө. “Китап ҙур ҡыҙыҡһыыу тыуҙырҙы. Шуға ла хөкүмәт комиссияһы уны русса баҫтырып сығарыу идеяһын да хупланы”, – тине ул. Китап һәм уның авторы хаҡында йылы һүҙҙәрен әйтергә теләүселәр бихисап ине. Һәр кемеһе өсөн был баҫма үҙ тормошоноң да күпмелер өлөшө менән бәйле ваҡиғалары, кешеләре менән ҡәҙерле. Шуның өсөн дә ул күптәрҙең өй китапханаһында урын ала, бер тынала уҡып сығыла, ҡабат-ҡабат матур, үҫешкә йүнәлгән дәүер тураһында иҫләтә, яҡты шәхестәр тураһында хәтирәләргә байыта. “Дуновения памяти” китабын “Китап” нәшриәте магазинында һатып алырға мөмкин. Рәүилә Ғатауллина. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.