Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

23 кешене талпан тешләгән

Быйыл Башҡортостанда 23 кешене талпан тешләгән. Уларҙың туғыҙы - балалар. Аномаль йылы ҡыш арҡаһында талпандар ғәҙәттәгенән иртәрәк уянды. Тәүге талпан тешләүе 26 мартта Стәрлетамаҡта, ҡалғандары аҙна дауамында теркәлгән. Әгәр һеҙ был бөжәкте эләктереп алһағыҙ, уны һаҡ ҡына тартып сығарырға (үҙ аллы йәки травматология пунктында), таҙа быяла һауытҡа һалырға һәм Башҡортостан гигиена һәм эпидемиология үҙәгенә тикшереүгә тапшырырға кәрәк. Адрестары: 📍Өфө, Шәфиев урамы, 7: дүшәмбе-йома 9:00-16:00 (тәнәфес 13:00-13:30), шәмбе-йәкшәмбе — ял көнө. 📍Стәрлетамаҡ, Революция урамы, 2а: дүшәмбе-шәмбе 9:00-16:00 (тәнәфес 13:00-13:30), йәкшәмбе — ял көнө. 📍Нефтекама, Социалистик урамы, 10: дүшәмбе-шәмбе 8:00-16:00 (тәнәфес 13:00-14: 00), йәкшәмбе — ял көнө. 📍Туймазы, Урмансы Морозов урамы, 1: дүшәмбе-йома 9:00-17:00 (тәнәфес 13:00-14:00), шәмбе 09:00-11:00, йәкшәмбе — ял көнө. 📍Бөрө, Калинин урамы, 18: дүшәмбе-шәмбе 8:00-16:00 (тәнәфес 13:00-14: 00), йәкшәмбе — ял көнө. 📍Мәсәғүт, Дауахана урамы, 4: дүшәмбе-шәмбе 8:00-16:00 (тәнәфес 13:00-14:00), йәкшәмбе — ял көнө. 📍Күмертау, Ғафури урамы, 29: дүшәмбе-йома 9:00-16:00 (тәнәфес 13:00-14:00), шәмбе-йәкшәмбе ял көнө. Әгәр талпан энцефалитҡа ыңғай һөҙөмтә бирһә, һеҙгә лабораториянан шылтыратып, йәшәгән урынығыҙ буйынса поликлиникала дауалана алырлыҡ белешмә бирәсәктәр. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ваҡытында ярҙам һорап мөрәжәғәт итеү һеҙҙең ғүмерегеҙҙе ҡотҡара ала.