Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Психиатр-нарколог һүҙҙәренә ҡолаҡ һалығыҙ

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш белгесе, психиатр-нарколог Татьяна Николаевна Старостина республикала наркоманлыҡты булдырмау, уның таралыуына юл ҡуймау, кемгә мөрәжәғәт итеү, йәмғиәт һаулығын һаҡлау һәм башҡалар тураһындағы лекциялар менән мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында һәм башҡа ойошмаларҙа сығыш яһалыуы тураһында хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, республикала профилактика кабинеттары бар. “Уларға барыуҙан, наркологтарға мөрәжәғәт итеүҙән ҡурҡырға ярамай. Наркоманлыҡ – ул хроник сир. Уның бөтөп тә кире килеп сығыу осраҡтары бар. Шуға күрә бындай ауырыуға дусар булғандар наркологта даими күҙәтелергә тейеш”, - тигән фекерҙә табип. Наркотиктар кешенең нервы системаһына йоғонто яһай һәм кешенең аңына кире тәьҫир итә. Уларҙың бар төрө лә кеше мейеһендәге психик процестарҙа ҡатнаша, уны үҙгәртә һәм бәйлелеккә килтерә. Һөҙөмтәлә кешенең даими рәүештә психоактив матдәләрҙе ҡабул итеү теләге барлыҡҡа килә. Өҫтәүенә наркотиктар кешенең нервы системаһынан тыш, психик һәм ф

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш белгесе, психиатр-нарколог Татьяна Николаевна Старостина республикала наркоманлыҡты булдырмау, уның таралыуына юл ҡуймау, кемгә мөрәжәғәт итеү, йәмғиәт һаулығын һаҡлау һәм башҡалар тураһындағы лекциялар менән мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында һәм башҡа ойошмаларҙа сығыш яһалыуы тураһында хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, республикала профилактика кабинеттары бар. “Уларға барыуҙан, наркологтарға мөрәжәғәт итеүҙән ҡурҡырға ярамай. Наркоманлыҡ – ул хроник сир. Уның бөтөп тә кире килеп сығыу осраҡтары бар. Шуға күрә бындай ауырыуға дусар булғандар наркологта даими күҙәтелергә тейеш”, - тигән фекерҙә табип. Наркотиктар кешенең нервы системаһына йоғонто яһай һәм кешенең аңына кире тәьҫир итә. Уларҙың бар төрө лә кеше мейеһендәге психик процестарҙа ҡатнаша, уны үҙгәртә һәм бәйлелеккә килтерә. Һөҙөмтәлә кешенең даими рәүештә психоактив матдәләрҙе ҡабул итеү теләге барлыҡҡа килә. Өҫтәүенә наркотиктар кешенең нервы системаһынан тыш, психик һәм физик системаһына кире йоғонто яһай. Ғөмүмән, улар кеше сәләмәтлеген ҡаҡшата һәм бөтөрә. Наркотиктар ҡулланған кешелә психоактив матдәләргә патологик рәүештә бәйлелек барлыҡҡа килә. Наркотиктарға өйрәнеү, дозаны арттырыу һәм уны ҡабул итеү аралығын йышайтыу, наркотиктан физик бәйлелек – абстинент синдром йәки “ломка” осрағы – наркоманлыҡтың төп билдәләре. Фото: Татьяна Старостинаның шәхси архивынан.