Найти в Дзене

Бындай һәләтле балаларҙың киләсәге - беҙҙең киләсәгебеҙ

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында “Өфөнөң гармониялы үҫеше” ҡала ижади, проект һәм тикшеренеү эштәре форумы үтте. Был хаҡта республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр иттеләр. Сара “Экологик именлеге” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) маҡсаттарына ярашлы ойошторолдо. Форумда Өфөнөң дөйөм белем биреү ойошмалары уҡыусылары, проекттар һәм тикшеренеү эштәре конкурстары еңеүселәре ҡатнашты. Форум “Ижади” һәм “Мәғариф” майҙансыҡтарында бер нисә төп йүнәлеште тәҡдим итте, унда ресурстарҙы тулыландырыу һәм ҡаланың экологик мәсьәләләрен хәл итеү, туҡланыу мәҙәниәте, сәләмәт йәшәү рәүеше һәм ҡалдыҡтар проблемаһы буйынса темалар тикшерелде. – “Өфө-500” стратегияһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә йәш экологтар Өфө ҡалаһының экологик мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелгән лайыҡлы социаль проекттар тәҡдим итте. “Фортуна” Өфө ҡала экология үҙәгенә йәштәрҙе көнүҙәк экологик мәсьәләләрҙе хәл итеүгә саҡырыу һәм йәлеп итеү

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында “Өфөнөң гармониялы үҫеше” ҡала ижади, проект һәм тикшеренеү эштәре форумы үтте. Был хаҡта республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр иттеләр. Сара “Экологик именлеге” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) маҡсаттарына ярашлы ойошторолдо. Форумда Өфөнөң дөйөм белем биреү ойошмалары уҡыусылары, проекттар һәм тикшеренеү эштәре конкурстары еңеүселәре ҡатнашты. Форум “Ижади” һәм “Мәғариф” майҙансыҡтарында бер нисә төп йүнәлеште тәҡдим итте, унда ресурстарҙы тулыландырыу һәм ҡаланың экологик мәсьәләләрен хәл итеү, туҡланыу мәҙәниәте, сәләмәт йәшәү рәүеше һәм ҡалдыҡтар проблемаһы буйынса темалар тикшерелде. – “Өфө-500” стратегияһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә йәш экологтар Өфө ҡалаһының экологик мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелгән лайыҡлы социаль проекттар тәҡдим итте. “Фортуна” Өфө ҡала экология үҙәгенә йәштәрҙе көнүҙәк экологик мәсьәләләрҙе хәл итеүгә саҡырыу һәм йәлеп итеү өсөн рәхмәт белдерәм. Еңеүселәребеҙҙе ҡотлайым. Барлыҡ ҡатнашыусыларға ҡаҙаныштарында туҡтап ҡалмаҫҡа һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау эшендә изге идеяларҙы тормошҡа ашырыу буйынса эште дауам итергә теләйем. Бындай һәләтле балаларҙың киләсәге — беҙҙең киләсәгебеҙ, тип ышанам, – тип билдәләне Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов. Бүләкләү тантанаһында "Өфө муйынсағы" биләмәһендә экологик һуҡмаҡ флораһын өйрәнеү проекты өсөн махсус приз “Эколидерҙар” экология-биология үҙәге уҡыусылары Карина Сандулякка һәм Эмилия Солтановаға тапшырылды. – Бындай саралар һәләтле йәштәрҙе асыҡлауҙан тыш, ҡалабыҙҙың үҫешенә лә булышлыҡ итә, сөнки тап ошо идеялар һәм проекттар Өфөнөң киләсәге өлөшө була ала, — тип билдәләне “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” акционерҙар йәмғиәте вәкиле Лира Батыргәрәева. Фото: demadebc.ru.