3 апрелдә Благовещенда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитеттың бизнес-берләшмә вәкилдәре менән осрашты. Төбәк етәксеһе эшҡыуарҙар менән аралашты һәм уларҙы борсоған һорауҙарға яуап бирҙе. “ПОЛИЭФ” акционерҙар йәмғиәте майҙансығында үткән сарала төбәктең министрлыҡтары һәм ведомстволары, бизнесты үҫтереү һәм уға булышлыҡ итеү институттары вәкилдәре, шулай уҡ контроль һәм күҙәтеү ойошмалары белгестәре ҡатнашты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: быға тиклем республика Башлығы власть менән бизнестың конструктив диалогын төҙөү, шулай уҡ компанияларҙың уңайлы эш шарттарын һәм инвестиция мөхитен булдырыуға булышлыҡ итеү өсөн эшҡыуарҙар менән даими осрашыуҙар ойоштороу инициативаһы менән сығыш яһағайны. Төбәк етәксеһе һөҙөмтәле иҡтисади сәйәсәтте тормошҡа ашырыу өсөн бизнесмендар менән тура диалогтың мөһимлеген билдәләне: – Мин ҡала һәм район эшҡыуарҙары менән осрашыуҙар үткәрергә булдым. Уларҙың асыҡ характерҙа булыуы мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Республикала бизнесҡа ҡағылышлы төрлө ярҙам саралары ғәмәлдә. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең өсөн кире бәйләнеш булдырыу мөһим. Бындай осрашыуҙарҙа ҡабул ителгән бөтә ҡарарҙарҙы йомғаҡлау протоколдарына индереп, уларҙың үтәлешен контролдә тотасаҡбыҙ. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ бизнес-шерифтар институтын – эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү өсөн яуаплы ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары урынбаҫарҙарының эшен юғары баһаланы. Был эш Радий Хәбиров башланғысы менән 2019 йылда индерелде. Бынан тыш, муниципаль кимәлдә даими рәүештә “Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре”, ә республика кимәлендә “Инвестиция сәғәттәре” үткәрелә. Был шулай уҡ төбәк иҡтисады үҫешенә булышлыҡ итә. *** Осрашыуҙа ҡатнашыусылар эшҡыуарҙарҙы ҡыҙыҡһындырған мәсьәләләрҙең киң даирәһен тикшерҙе. Төп темаларҙың береһе – инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн ер участкалары алыу. Башҡортостан Башлығы республикала участкаларҙы ҡуртымға алыу процедураһын күпкә ябайлаштырыуҙарын билдәләне: – Бизнес алып барыуҙың иң мөһим компоненттарының береһе – ер мәсьәләһе. Беҙ республикала инвесторҙарға ер участкалары алыу өсөн уңайлы шарттар булдырабыҙ. Өҫтөнлөклө проекттар өсөн һатыу итеү үткәрмәйенсә ҡуртымға ер алыу мөмкинлеге бар, – тине Радий Хәбиров. *** Эшҡыуарҙар шулай уҡ бизнесты кадрҙар менән тәьмин итеүҙең көнүҙәк проблема булыуын билдәләне. Башҡортостан Башлығы төбәктең колледждарында, тәү сиратта сәнәғәт секторы йүнәлешендә, талап ителгән һөнәрҙәр буйынса урындар һанын арттырыу буйынса эш алып барылыуын һөйләне: – Беҙ урта махсус белем биреү эшен системалы үҙгәртеп ҡорҙоҡ. Был төбәкте квалификациялы эшсе кадрҙар менән тәьмин итеүҙең төп факторы, – тине Радий Хәбиров. Төбәк етәксеһе колледждарҙы яңыртыу программаһы тураһында ла һөйләне. Был программа өс йыл дауамында тормошҡа ашырыла. Ошо маҡсатҡа республика йыл һайын 500 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтә. Бынан тыш, урта профессиональ белем учреждениелары “Профессионалитет” федераль программаһында әүҙем ҡатнаша. *** Эшҡыуар Александра Елпаева республика етәкселегенә һәм урындағы хакимиәткә төрлө сараларҙа һөнәрселәр өсөн айырым майҙансыҡтар ойошторғаны өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул шулай уҡ урындағы етештереүселәрҙең ҙур күргәҙмәләрҙә льготалы ҡатнашыуын күҙ уңында тоторға тәҡдим итте, сөнки һәр һөнәрсенең иғәнәләрҙе түләргә йәки күргәҙмә стендын ойошторорға мөмкинлеге юҡ. Төбәктең эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко аңлатыуынса, Мәскәүҙең ҙур майҙансыҡтарында Башҡортостандың берҙәм күргәҙмә стенды ойошторола. Унда бәләкәй предприятиеларҙың һәм эшҡыуарҙарҙың һөнәрселек продукцияһы ла тәҡдим ителә. Радий Хәбиров республикала халыҡ художество кәсептәренә ярҙам итеү буйынса төбәк программаһы ғәмәлдә булыуын өҫтәне. – Төбәк оҫталарының үҙ эшен үҫтереүгә финанс ярҙам алыу мөмкинлеге бар, – тине ул. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ республика муниципалитеттарында халыҡ кәсептәрен үҫтереүгә миҫалдар килтерҙе: – Йыл һайын Стәрлетамаҡта “Сауҙагәр 2.0” ҡунаҡсыллыҡ фестивален үткәрәбеҙ. Унда бөтә Рәсәйҙән һөнәрселәр йыйыла. Бөрө үҙенең төрлө фестивалдәре менән дан тота. Уның үҙәк майҙаны үҙ сиратында һөнәрселек үҙәге булып тора, – тине Радий Хәбиров. – Благовещенда ла ошондай саралар ойоштороу тураһында уйларға мөмкин, тип уйлайым. *** Осрашыуҙа шулай уҡ Благовещен районында административ кәртәләрҙең бизнес үҫешенә йоғонтоһо тикшерелде. Район эшҡыуарҙары араһында үткәрелгән һорау алыу мәғлүмәттәре буйынса, респонденттарҙың 57 проценты күҙәтеү органдары яғынан ҡаршылыҡтарға тап булмауын белдергән. Республика Башлығы дәүләттең контроль функциялары һаҡланасаҡ, әммә бизнесҡа артыҡ баҫым яһамаясаҡ, тип билдәләне. *** “БашЭкоВата” компанияһы вәкиле Степан Сарбашев республика етәкселегенә һәм муниципалитет хакимиәтенә бизнесты үҫтереүгә булышлыҡ иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Предприятие – ”Благовещен” йылдам үҫеш биләмәһе резиденты – йылытҡыс етештереү буйынса производство комплексының беренсе сиратын төҙөүҙе тамамлай, тип билдәләне ул. *** “Туғай-Агро“ ауыл хужалығы предприятиеһы вәкиле 300 миллион һумдан ашыу суммаға производствоны үҫтереү буйынса инвестиция проектын әҙерләү тураһында һөйләне. Радий Хәбиров эшҡыуарҙы республика “Инвестиция сәғәте“ндә ҡатнашырға саҡырҙы. *** Осрашыуҙа Радий Хәбиров республиканың күп кенә эшҡыуарҙарының махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам күрһәтеүен билдәләне. – Айырыуса яугирҙәребеҙгә ярҙам итеүселәрҙе билдәләп үтергә теләйем. Был залда ултырған һәр кем алғы һыҙыҡтағы хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итә, тип ышанам, – тине Радий Хәбиров. *** Осрашыу аҙағында Башҡортостан Башлығы эшҡыуарҙарға әүҙем эшләгәндәре, шулай уҡ Благовещен районы хакимиәтенә бизнес менән үҙ-ара эш иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. – Күп кенә иҡтисади проекттар хәҙер махсус хәрби операция барышына бәйле. Әлеге ваҡытта бөтәһенә лә ауыр. Шул уҡ ваҡытта муниципалитет башлыҡтарын эшҡыуарҙарҙың беҙҙең өсөн бик мөһим булыуы тураһында иҫкәртәм. Үҙебеҙҙең яҡтан республиканың тотороҡло үҫешен тәьмин итергә тырышабыҙ. Транспорт инфраструктураһын яңыртабыҙ, ҙур социаль объекттар төҙөйбөҙ. Благовещенда ғына бер үк ваҡытта физкультура-һауыҡтырыу комплексы һәм поликлиника төҙөйбөҙ, шулай уҡ коррекция мәктәбен булдырырға ниәтләйбеҙ. Төбәк етәксеһе шулай уҡ эшҡыуарҙар берләшмәһе вәкилдәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Фото: glavarb.ru
3 апрелдә Благовещенда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитеттың бизнес-берләшмә вәкилдәре менән осрашты. Төбәк етәксеһе эшҡыуарҙар менән аралашты һәм уларҙы борсоған һорауҙарға яуап бирҙе. “ПОЛИЭФ” акционерҙар йәмғиәте майҙансығында үткән сарала төбәктең министрлыҡтары һәм ведомстволары, бизнесты үҫтереү һәм уға булышлыҡ итеү институттары вәкилдәре, шулай уҡ контроль һәм күҙәтеү ойошмалары белгестәре ҡатнашты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: быға тиклем республика Башлығы власть менән бизнестың конструктив диалогын төҙөү, шулай уҡ компанияларҙың уңайлы эш шарттарын һәм инвестиция мөхитен булдырыуға булышлыҡ итеү өсөн эшҡыуарҙар менән даими осрашыуҙар ойоштороу инициативаһы менән сығыш яһағайны. Төбәк етәксеһе һөҙөмтәле иҡтисади сәйәсәтте тормошҡа ашырыу өсөн бизнесмендар менән тура диалогтың мөһимлеген билдәләне: – Мин ҡала һәм район эшҡыуарҙары менән осрашыуҙар үткәрергә булдым. Уларҙың асыҡ характерҙа булыуы мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Республикала бизнесҡа ҡағылышлы төрлө ярҙам